Мәҙәниәт
27 Март 2022, 04:00

Маҡарҙа "Яҙғы моңдар" кисәһен үткәрҙеләр

Маҡар ауыл мәҙәниәт йорто менән китапхана хеҙмәткәрҙәре ауылда күркәм сара ойошторҙо. "Яҙғы моңдар" тип аталған был сарала ауылдың һәүәҫкәр шағир һәм шағирәләре үҙ яҙмаларын байрамда ҡатнашыусылар хөкөмөнә сығарҙы.

Маҡарҙа "Яҙғы моңдар" кисәһен үткәрҙеләрМаҡарҙа "Яҙғы моңдар" кисәһен үткәрҙеләр
Маҡарҙа "Яҙғы моңдар" кисәһен үткәрҙеләр

Иң өлкән быуын вәкиле Шәмсетдинов Мансур ағай шиғырҙарын ата-әсә, һуғыш осоро балаларына арнаһа, Рәмзиә апай Сәғиҙуллина ауыл тормошо, тәбиғәт темаһын үҙ иткән. Яңы интернет селтәрендә шиғырҙары менән күренә башлаған ауылдашыбыҙ Минислам Әхмәтйәнов балаларына, ата-әсәһенә ҡарата һөйөү һәм һағыш тулы шиғырҙары менән бүлеште. Шулай уҡ Гөлиә Көмөшбаеваның да төрлө темаларға яҙылған шиғырҙарын һәм үҙе ижад иткән йырҙы башҡарыуын тамашасылар ихлас күңелдән ҡабул итте.

Рима Латыпова, Гөлнәзирә Иманғоловалар башҡарған йырҙары менән байрамды тағы ла йәмләп ебәрҙе.

Шиғри сарала ҡатнашыусыларға китапханасы Рима Латыпова иҫтәлекле бүләктәр тапшырып оло рәхмәтен еткерҙе.

 

Фото:https://vk.com/makarsdk

Маҡарҙа "Яҙғы моңдар" кисәһен үткәрҙеләр
Маҡарҙа "Яҙғы моңдар" кисәһен үткәрҙеләр
Автор:Маҡар ауылы мәҙәниәт йорто
Читайте нас