

Ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ҡатнашлығында үткән сарала төрлө ярыштар, уйындар ойошторолдо, һынамыштар әйтелде, йырҙар һәм бейеүҙәр башҡарылды. Байрамға йыйылған халыҡты ойоштороусылар ҡоймаҡ һәм бутҡа менән һыйланы.
…Билдәле булыуынса, Урал-Волга буйында йәшәгән халыҡтарҙа Яңы йыл март айында башланған. Ул осорҙа Науруз ун көнгә тиклем һуҙылған. Ошо көндәрҙә йорттан-йортҡа инеп «нәүрүҙ әйтеп» йөрөү ғәҙәте булған. Быны уҡыусы балалар – шәкерттәр башҡарған. Науруз таҡмағын уҡып йәки яттан әйтеп, хужаларға бәхет, уңыш теләп йөрөгәндәр.