

Ҡояшты сағылдырған ҡоймаҡтарҙың төрлөһө бар ине байрамда. Шулай уҡ бар яҡлап та уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йәрминкәгә төрлө-төрлө тәмлекәстәр бешереп китерҙеләр.
Байрам төрлө уйындар менән дауам итеп, күңелле сәй эсеү менән тамамланды.
Киләһе яҙҙарыбыҙ йылы, күгебеҙ аяҙ, илебеҙ тыныс булһын!