

1.Йәшәй алһаң ине ғүмер буйы
Йән һөйгәнең менән серләшеп.
Йәшәү матур!
Йәшәү шундай матур
Яҡындарға һөйөү өләшеп.
2.Ғүмер юлын йырлап үтһәң ине
Үтмәһен тик юҡҡа көнләшеп.
Йәшәү матур!
Йәшәү шундай матур
Дустарыңа моңдар өләшеп!
3.Йәшәй алһаң ине тормошоңда
Ялғын -ялғыштарға абынмый.
Бәхет биреп
Һәм бәхетле булып
Үткәндәрҙе бер ҙә һағынмай.
Фото: https://pixabay.com/ru