

Һәр сараны башлап йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы менән бергә ауылыбыҙҙың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары ла был саранан ҡәнәғәт ҡалды.
Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Шәүрә Усманова уҙған йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, алдағы пландар менән бер аҙ таныштырып уҙһа, ауыл депутаты Рәйфә Иманғолова ауылдың тарихы менән килгән ауылдаштарҙы үткәндәргә алып ҡайтты.
Һәр эштә өлгөр, етеҙ Фирҙәүес Кинйәбаева күптән түгел үҙе өсөн һатып алған балаҫ һуғыу станогын клубҡа алып килеп,оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Килгән ҡунаҡтар хәтирәләргә бирелеп, ауылда балаҫ һуғыусыларҙы иҫләп, балаҫтарҙың төрҙәрен, размерҙарын хәтерләп йәнле итеп аралашып, тәмле итеп сәй эсеп, йылы тойғолар менән таралыштылар.