Мәҙәниәт
14 Март 2022, 08:00

Әле генә булған һымаҡ Комсомол туйы

Тормош зарланыуҙарынан өҫтөн булып, үҙҙәрен хеҙмәткә арнаған, булғанына шөкөр итә белгән замандаштарыбыҙ менән аралашҡанда уларҙың күңелендәге ыңғай хистойғолар беҙгә лә күскән һымаҡ. Күңел үҫеп, тормошҡа дәрт өҫтәлеп киткәндәй була улар менән һөйләшкәндән һуң. Был мәҡәләмдә һүҙебеҙ ошондай яҡташтарыбыҙҙың сираттағыһы - Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәүсе Тәнзилә менән Мөхәррәм ФӘХРИТДИНОВТАР тураһында.

Әле генә булған һымаҡ Комсомол туйыӘле генә булған һымаҡ Комсомол туйы
Әле генә булған һымаҡ Комсомол туйы

Былтыр көҙ уларҙың бергә ғүмер итеүҙәренә 45 йыл тулған. Ошо дәүер эсендә өс балаға ғүмер биреп, аяҡҡа баҫтырып, әлеге көндә 5 ейән-ейәнсәргә, бер бүләгә олатай һәм өләсәй булып өлгөргәндәр.

Ә танышып-ҡауышҡан көн кисә генә һымаҡ. Яр Бишҡаҙаҡ егете Мөхәррәм менән Ҡарайған ҡыҙы Тәнзиләнең Комсомол туйы әле лә уларҙың күҙ алдында. Ошо туй тураһында “Восход” гәзитенең 1976 йылдың 7 ноябрь һанында мәҡәлә лә донъя күрә. Йәш парҙың туй тантанаһы иҫтәлекле фотола ла сағылыш тапҡан. Йылдар тәьҫире аҫтында был гәзит һарғайып бөтһә лә, ул Фәхритдиновтар ғаиләһенең ҡәҙерле бер иҫтәлеге булып һаҡлана.

- Ул ваҡытта Мөхәррәм “Осҡон” колхозында водитель ине, мин әсәйемә сөгөлдөр эшләшергә килдем. Алдан берберебеҙҙе белеп - күреп йөрөһәк тә, ныҡлап дуҫлашып китеүебеҙ, ана, шул сөгөлдөрҙә эшләгән ваҡыттан башланды. Оҙаҡ йөрөмәнек, өйләнештек. 1976 йылдың 4 ноябрендә Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы клубында колхоз бер нисә йәш парға Комсомол туйы ойошторҙо. Колхоз, Ауыл советы председателе ҡотлап, беҙгә бүләккә диван бирҙе. Мебелгә ҡытлыҡ заманда был беҙҙең өсөн ҙур бүләк ине. Айырым йәшәр урынығыҙ булһын, тип колхоз бәләкәй булһа ла йорт та бүлде. Ошолай төрлө яҡлап ярҙам итеп торғас, ауылдан сығып китеү тураһында уй бөтөнләй булманы. Атай-әсәй, туғандар янында йәшәйек, тип төпләнеп ҡалдыҡ, - ти хәҙер 45 йыл ошо ауылды үҙ итеп йәшәүсе Тәнзилә Хәбиб ҡыҙы.

Яр-Бишҡаҙаҡ килене Йоматау ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын ауыл Советында бухгалтер булып башлаһа, артабан хеҙмәт баҫҡысы буйлап Ауыл хакимиәте башлығы вазифаһына тиклем күтәрелә. Был бурысты ул ете йыл тарта. Әйткәндәй, ҡыҙҙары Раушания ла әсәһенә ҡарап ошо уҡ уҡыу йортонда ошо уҡ һөнәрҙе алып сыға. Мөхәррәм ағай үҙен водителлеккә арнай. Ул үҫкән ғаиләлә биш малай тәрбиәләнһә, уларҙың барыһы ла водитель-тракторист һөнәрҙәрен һайлай. Атайҙарына ҡарап, Тәнзилә апай менән Мөхәррәм ағайҙың улдары Рөстәм менән Айрат та ошо һөнәргә эйә була. Бәләкәйҙән атайҙары янында йөрөп, техниканы яратып үҫәләр. Мөхәррәм ағай үҙ өлгөһөндә балаларында ла был һөнәргә ҡыҙыҡһыныу уята. Мөхәррәм Ҡәҙир улының водителлек өлкәһендә 44 йыллыҡ хеҙмәт стажы бар. Үҙ эшенә бирелеп, яратып башҡара ул һөнәрен.

- Йәш саҡта егет кеше машинаға ҡыҙыға бит инде. Хәрби комиссариат автомәктәпкә уҡырға ебәргәйне, шул ваҡыттан рулдән төшкән юҡ – ғүмерлек һөнәремә әүерелде. Ураҡ, сәсеү ваҡыттарында төнгө сәғәт 2-3-тәргә тиклем эштә булһам, иртән 7-лә йәнә баҫыуға сығып китә инем. Йөк машинаһын да, автобусты ла йөрөтөргә тура килде. Ғүмер эш менән үтте, тиергә мөмкин. Бер ялһыҙ, йылына 365 көн эшләгән саҡтар ҙа булды. Элек баш тартыу юҡ ине. Ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләнек. Шулай ҙа ғүмер бер ҙә үкенерлек түгел. Ҡырҙан бәхет эҙләмәнек. Уны үҙебеҙҙең ауылда таптыҡ, - тине Мөхәррәм Ҡәҙир улы хеҙмәт йылдарын хәтерләп.

Тәнзилә апай ҙа килен булып төшкән ерендә бәхетен таба. Ире һүҙ тейҙермәй, ҡәҙерләп торғас, башҡалар ҙа хөрмәт итә.

- Донъя көткәндә эш бүлмәнек. Уртаҡ көс менән йорт һалдыҡ, көндәлек мәшәҡәттәрҙе бергәләп алып барҙыҡ. Әле лә шулайбыҙ, - ти әңгәмәселәрем.

Эшләгән йылдар һағынып һөйләрлек кенә итеп үткәндә ҡалған. Хаҡлы ялда булһалар ҙа, мал аҫрап, баҡса үҫтереп һаман да тырышып донъя көтәләр. Мөхәррәм ағай умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Күпләп һарыҡтар аҫрағас, Тәнзилә апай һарыҡ йөнөнән юрғандар һырыу оҫталығына эйә. Уның юрғандары таныштары араһында ла
һорау менән файҙаланыла.

-Эшһеҙ торған юҡ. Әле бына күпләп рассадалар ултырттым, боростарым матур итеп үҫеп ултыра, помидор орлоғо ла шытып килә. Хаҡлы ялда ла эшкә әүрәп йәшәйбеҙ, - тип йылмая Тәнзилә апай.

Тыуған ерҙәренә хеҙмәт итеп, тыуған ерҙәренә файҙа килтереп ғүмер иткән хеҙмәт ветерандары Тәнзилә апай менән Мөхәррәм ағайҙың ғүмер юлы аша кеше бәхетенең асылы ябай булыуына инанабыҙ - бары тик йәшәүҙе, тормошто яратырға кәрәк. Ошо тойғолар ғүмер буйы оҙата килә Фәхритдиновтарҙы.


Автор һәм ғаилә архивынан фотолар.

Әле генә булған һымаҡ Комсомол туйы
Әле генә булған һымаҡ Комсомол туйы
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас