Мәҙәниәт
11 Март 2022, 06:00

ГҮЗӘЛ ЗАТТАРҘЫ ТӘБРИКЛӘП

Ҡала мәҙәниәт һарайында 8 Март байрамы уңайынан ҙур сара үтте. Ишембай ҡатын-ҡыҙҙарын муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов тәбрикләне.

ГҮЗӘЛ ЗАТТАРҘЫ ТӘБРИКЛӘПГҮЗӘЛ ЗАТТАРҘЫ ТӘБРИКЛӘП
ГҮЗӘЛ ЗАТТАРҘЫ ТӘБРИКЛӘП

Иғтибар ниндәй генә гүзәл затҡа оҡшамаһын? Тап ошондай байрамдарҙа ул көндәлек мәшәҡәттәрҙән бер аҙға ғына булһа ла онотолоп тора. Мәҙәниәт һарайының тамаша залы халыҡ менән тулы ине. Йыр-моңға һыуһағандарҙы үҙенә тупланы сара.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов ҡатынҡыҙҙарҙы Яҙ байрамы менән ҡотлап, гүзәл заттарҙың матурлыҡты һынландырыуҙарын билдәләне. Үҙенең
сығышында айырым иғтибарын күп балалы әсәйҙәргә йүнәлтте, балалар үҫтереүҙең изге хеҙмәт булыуын иғтибарға алды.

Ишембайҙа күп балалы әсәйҙәр аҙ түгел. «Әсәлек Даны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр рәте лә тулылана бара. Әлеге тантанала район хакимиәте башлығы Азат Альберт улы биш бала әсәһе Ольга Ивановаға ошондай мәртәбәле миҙалды тапшырҙы. Ольга Владимировна тормош иптәше менән 20 йыл бергә ғүмер итәләр. Уларҙың иң өлкән улдары Семенға 18 йәш. Ул мәктәпте бик яҡшы билдәләргә тамамлап, әлеге көндә Түбәнге Новгород ҡалаһында Милли Тикшеренеү Университетында Юғары иҡтисад мәктәбендә 1-се курста уҡып йөрөй. Икенсе улдары Михаил 17 йәшлек, ул Ишембай нефть колледжының 2-се курс студенты. Ҡыҙҙары Пелагея 16-сы мәктәптең 9-сы класында, Анна - 3 класта, Федор 2-се класта белем ала.

- Ғаиләлә күмәк бала үҫтереү - ҙур хеҙмәт һәм ҙур бәхет. Балалар көн һайын нимә менәндер һөйөндөрөп тора. Шул бәхетте тоя белеү мөһим. Әсәйҙәрҙе ҙурлап,
миҙал тапшырыуҙары бик тә шатлыҡлы күренеш. Ошолай юғары баһалағандары өсөн рәхмәт. Барлыҡ әсәйҙәргә, уларҙың балаларына, ғаиләләренә һаулыҡ һәм донъялар именлеге теләйем, - тине Ольга Владимировна.

Бер төркөм гүзәл заттарға Ишембай районы муниципаль районы хакимиәтенең Рәхмәт хаттары ла тапшырылды. Хөрмәтле әсәйҙәр генә түгел, төрлө өлкәлә тырышып хеҙмәт итеүсе белгестәр ҙә ине улар. Мәҫәлән, Әлфиә Шакирова ҡаланың 3-сө мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән укыта, 2008 йылдан ул ошо белем усағында тир түгә. Шул уҡ ваҡытта өс балаға күркәм әсәй ҙә ул.

- Ирем менән ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәбеҙ. Өлкәне - студент, уртансыһы - мәктәп уҡыусыһы, кесеһе - балалар баҡсаһына йөрөй. Өйҙә лә, эштә лә өлгөрөргә тырышам. Йәмәғәт сараларында ла ҡатнашам. Халыҡ иҫәбен алыуҙа иҫәпсе, һайлауҙар мәлендә һайлау комиссияһы ағзаһымын. Иремдең, атайәсәйемдең терәген тойғас, эшләүе ауыр түгел. Һәр бер ҡатын-ҡыҙға ла яратҡан эше һәм уларҙы аңлаған ғаиләләренең булыуын теләйем, - ти Әлфиә Раил ҡыҙы.

Эше менән дә, ғаиләһе менән дә бәхетле әсәйҙәрҙең тағы ла береһе - Наталия Кәримова ла Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Ул «Сервис Плюс» муниципаль бюджет учреждениеһы директоры урынбаҫары. Тормош иптәше менән ике баланы аяҡҡа баҫтырып, бөгөнгө көндә дүрт ейәнгә олатай, өләсәй наҙын бүләк итәләр, хәҙер инде ейәнсәрҙәренең донъяға килеүен тулҡынланып көтәләр. Балаларына күңел йылыһын өләшеп кенә ҡалмай, хаҡлы ялда булһа ла, хеҙмәтенән дә йәм табып эшләй.

- Ҡатын - ҡыҙ бәхете - ғаиләһендә һәм яратҡан эшендә. Әгәр уның балалары, ире, шуға өҫтәп күңел һалып башҡарған эше бар икән, ул - бәхетле, - тине әлеге тантанала Наталия Александровна.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, сәхнә йондоҙҙары тарафынан әҙерләнгән концерт программаһы ла байрам кәйефен өләште. Ишембай ундай таланттарға ла бик бай. Байрамға килгән гүзәл заттар бай күңел тәьҫораттары алып таралды.


Автор фотолары.

ГҮЗӘЛ ЗАТТАРҘЫ ТӘБРИКЛӘП
ГҮЗӘЛ ЗАТТАРҘЫ ТӘБРИКЛӘП
ГҮЗӘЛ ЗАТТАРҘЫ ТӘБРИКЛӘП
ГҮЗӘЛ ЗАТТАРҘЫ ТӘБРИКЛӘП
ГҮЗӘЛ ЗАТТАРҘЫ ТӘБРИКЛӘП
ГҮЗӘЛ ЗАТТАРҘЫ ТӘБРИКЛӘП
ГҮЗӘЛ ЗАТТАРҘЫ ТӘБРИКЛӘП
ГҮЗӘЛ ЗАТТАРҘЫ ТӘБРИКЛӘП
ГҮЗӘЛ ЗАТТАРҘЫ ТӘБРИКЛӘП
ГҮЗӘЛ ЗАТТАРҘЫ ТӘБРИКЛӘП
ГҮЗӘЛ ЗАТТАРҘЫ ТӘБРИКЛӘП
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас