Мәҙәниәт
5 Март 2022, 04:00

Иң һылыуы, иң сибәре!

Этҡол моделле ауыл китапханаһында Ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан “Иң һылыуы, иң сибәре!” тип исемләнгән милли кейем дефилеһы уҙҙы.

Иң һылыуы, иң сибәре!Иң һылыуы, иң сибәре!
Иң һылыуы, иң сибәре!

Һәр заманда башҡорт ҡатын - ҡыҙ кейеме, тәнде тирә-яҡ мөхиттең тәьҫиренән һаҡлауҙан тыш, сакраль, эстетик мәғәнәгә, этномәҙәни әһәмиәткә эйә булған. Милли кейем – милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә. Был сарала ҡатнашыусылар барыһы ла башҡорт милли кейемендә килгәйне. Байрамдың төп биҙәге булып Кинйәбулат мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Регина Дәүләтованың сығышы булды. Ул милли башҡорт ҡатын ҡыҙҙары кейеме, биҙәүестәре менән ныҡлы ҡыҙыҡһына, тарихын өйрәнә. Регина Ғүмәр ҡыҙы үҙенең сығышында беҙҙең ерлектәге селтәр – ҡашмау, хәситә кеүек ҡатын – ҡыҙҙар биҙәүестәренең тәғәйенләнеше, ниндәй ынйы – мәрйендән, тәңкәләрҙән эшләнеүен һөйләп китте.

Хәҙерге заман ҡатын – ҡыҙҙары яулыҡ – шарфтарҙы ла бик матур итеп бәйләп йөрөтәләр. Ошо бәйләм алымдарын Альбина Хәсәнова һәм Гөлфира Хәйруллина күрһәтте. Сарабыҙ Кинйәбулат, Әхмәр ауылы мәҙәниәт йорттары коллективтарының, Аҙнай ауылы килене Розалия Халикованың дәртле бейеүҙәре, Асия Хәйруллинаның, Әлфиә Насырованың, Нәзирә Хәйбуллинаның моңло йырҙары, Файза Әйүпованың ҡатын – ҡыҙ бәхете тураһындағы шиғыры менән үрелеп барҙы.

Ҡатын – ҡыҙ – ғаилә усағын һаҡлаусы ла, хәстәрлекле әсә лә, кәрәк икән, үткер телле, ҡыйыу, мөләйем тормош биҙәге лә! Ошо биҙәкте ул бөҫтә, үҙенә килешле кейем аша булдыра ала тигән фекергә килдек был сараның һуңында.

Иң һылыуы, иң сибәре!
Иң һылыуы, иң сибәре!
Иң һылыуы, иң сибәре!
Иң һылыуы, иң сибәре!
Иң һылыуы, иң сибәре!
Иң һылыуы, иң сибәре!
Иң һылыуы, иң сибәре!
Иң һылыуы, иң сибәре!
Иң һылыуы, иң сибәре!
Иң һылыуы, иң сибәре!
Автор:Гөлдәр Йәрмөхәмәтова
Читайте нас