Мәҙәниәт
2 Март 2022, 15:00

Ҡыҙҙар үҫтергән атай

.

Ҡыҙҙар үҫтергән атайҠыҙҙар үҫтергән атай
Ҡыҙҙар үҫтергән атай

Ҡыҙҙар үҫтергән атайҙың
Йондоҙҙары янында.
Күктән йондоҙ эҙләмәй ул,
Яҡты үҙ йыһанында.

Ҡыҙҙар үҫтергән атайға
Асыла ожмах юлы,
Иманлы юлға сығарһа
Ҡыҙҙарын атай ҡулы.

Ҡыҙҙарым, ҡыҙыҡайҙарым,
Сихри нурлы айҙарым.
Һеҙҙең менән мин бәхетле,
Яҡтылыр сырайҙарым.

Атайҡай, атайыбыҙ,
Юл яҡтыртыр айыбыҙ.
Атайлы — арҡалы булғас,
Беҙ байҙарҙың байыбыҙ.

Ҡыҙҙар үҫтергән атайҙың
Күңеле лә нескәрәк.
Хистәрен ул асып бармай,
Ә йәшерә эскәрәк.

Ҡыҙҙар үҫтергән атайҙың
Хәстәре лә олораҡ.
Кемгә насип ҡыҙ балам тип
Аҡ көндәр тора юрап.

Ҡыҙҙар үҫтергән атайҙа
Гел сәбәп бар шатлыҡҡа.
Ышаныс бар, таяныс бар
Матур килер ҡартлыҡҡа.

Автор:Гөлнара Хәлфетдинова.
Читайте нас