

Ҡоймаҡтың була төрлөһө,
Әсеһе һәм сөсөһө.
Күпергәне мамыҡ кеүек,
Хатта селтәр төҫлөһө.
Нәҡ февраль-март айҙарында һыйырҙар быҙаулап, өй һайын ыуыҙ ҡоймаҡтары ҡойола. "Һыйырым түлле булһын, өҫтәлем һыйлы булһын", тигән ниәт менән күрше-күләнде ыуыҙ ҡоймағы менән һыйлау беҙҙә матур йолаға әйләнгән.
Бөгөнгө байрамыбыҙҙа ауылыбыҙҙың уңған хужабикәләре тарафынан ниндәй генә ҡоймаҡтар ҡойолмағайны... Сөсөһө, әсеһе, ҡалыны, йоҡағы, төҫлөһө, селтәрлекәйе, маныйҙыҡы, тарыныҡы, ыуыҙ ҡоймағы - һанап бөткөһеҙ.
Байрамыбыҙҙың иң матур өлөшө - бәләкәй ҡыҙҙарыбыҙҙың беренсе тапҡыр сажлатып ҡоймаҡ ҡойоуы булғандыр. Үҙҙәре ҡойған беренсе ҡоймаҡтарын тотоп иҫтәлеккә фотоға ла төштөләр. Ә малайҙар инде төрлө уйындар уйнап кинәнде. Байрам һуңында күмәкләшеп тәмле ҡоймаҡтар менән сәй ҙә эстек.