

Берәй ваҡыт, бәлки, көтмәгәндә
Хәтереңә килеп төшөрмөн,
Ҡан һикерер ҡапыл башҡайыңа,
Берсә бешеп, берсә өшөрһөң.
Бергә булған саҡтар сылбырланып
Күҙ алдыңдан үтер теҙелеп,
Аңларһың һин шул мәл: бер кемде лә
Һөймәгәнһең былай өҙөлөп!
Башҡаларҙа бары эҙләгәнһең
Минең тауыш, ҡараш, йөҙөмдө,
Кемде генә һөйөп-наҙлаһаң да,
Көҫәгәнһең бары үҙемде.
Ә бөгөнгә һин шат, тыныс, ғорур!
Минең һағыш һиңә – бал да май!
Бәхетлемен тигән, раҫла әйҙә,
Үҙ-үҙеңде генә алдамай...
...Берәй ваҡыт, беләм, көтмәгәндә
Хәтирәләр талар йәнеңде,
Ҡулдан килмәй ниҙер төҙәтергә,
Үкенестәр – уртаҡ. Йәл инде...
Фото: https://pixabay.com/ru