

Башҡорт халҡының мәҙәниәте тураһында һүҙ алып барғанда иң элек төрлө-төрлө биҙәкле көнкүреш әйберҙәре күҙ алдына баҫа. Матур-матур ҡорама юрағандар, түшәктәр, аллы-гөллө милли биҙәктәр һалып һуғылған балаҫтар башҡорт халҡының оҫта ҡуллы булғанын һөйләй. Был биҙәктәре әсәй - өләсәйҙәрҙән ҡалған мираҫ итеп һаҡлау һәм балаларға өйрәтеү беҙҙең бурыс булып тора.