

Бала саҡтың ҡапҡаларын ҡағып булмай,
Йылдар уҙғас туғанды ла танып булмай.
Бала саҡтың нурлы йорто һатылған да,
Ҡапҡалары хәҙер беҙгә ябылған да.
Ошо йорттоң тәҙрәләре сағыу балҡый,
Тик нурҙары йән туңдырыр һалҡын ялҡын.
Әҙәм иткән, кеше иткән ошо йорттоң
Ҡото киткән, ҡотһоҙлоҡтан йәнгә һалҡын.
Беҙ һатабыҙ йорттарҙы ла кәрәк табып,
Йылдар уҙыр, ошо йортто булмаҫ танып.
Өләсәйҙең йәнде имләр усағылай
Йылылыҡты булмаҫ ҡына Ерҙә табып.