

Элекке кеүек кис ултырып, йырлашып-бейешеп, хәл-әхүәлдәрҙе һөйләшеп, боҫорап торған самауырҙы йыҡҡансы сәй эсеп, бергә ҡул эше эшләүҙәр хәҙер онотолоп бара тиһәң дә була. Бына шул элекке күңелле ваҡыттарға бер ҡайтып урау, унан да бигерәк балаларға онотолоп барған, хәҙер инде ҡабаттан тергеҙелә башлаған балаҫ һуғыу кәсебен күрһәтеү маҡсатында ойошторолдо был кис ултырыу. Бик йөкмәткеле, тәрбиәүи булды ул, балаларға оҡшаны. Инәй-апайҙар уҡыусыларға ентекле итеп нисек аҫалы балаҫ һуҡҡандарын һөйләнеләр, эш барышы менән таныштырҙылар. Мәҫәлән, кемдер йөн тетте, кемдер аяланы, Рауза инәй эрләп күрһәтте, Фәниә инәй ҡатты, Фатима инәй менән Флүзә апай иһә йөндө аяҡланылар. Балалар үҙҙәре лә ихласлап был эштәрҙе эшләп ҡаранылар. Ә бына Сәлиха инәй балаҫтарҙағы төрлө төҫтәрҙе элек нисек эшләгәндәрен, бер балаҫҡа күпме йөн киткәнен, балаҫтарҙың төрлөлөгө тураһында һөйләне, балаҫ һуғыу оҫтаһы булған Хафизова Нурия инәйҙең (хәҙер инде мәрхүмә) станогында аҫалы балаҫ һуғып күрһәтте.
Һуңынан балаҫтарҙағы биҙәктәр, төҫтәр тураһында йомаҡтар, хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр әйтештеләр, "Буяу" уйынын уйнанылар, йырлап-бейеп тә алдылар.
Халыҡ яйлап ҡына элекке кәсептәрҙе, һөнәрҙәрҙе ҡабат тергеҙә башланы. Инде кәрәкмәҫ тип әллә ҡайҙа төпкә алып ҡуйылған балаҫ һуғыу станоктары ла бик ҡәҙерләнеп ҡабат сыға, оҫта ҡуллылар станокты үҙҙәре эшләп һатыуға сығара. Мәҙәни мираҫ булып ҡалырлыҡ әйберҙәр бына шулай ҡабаттан тергеҙелә.