Мәҙәниәт
8 Февраль 2022, 09:00

Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа?

Яҙ миҙгеле яҡынлашҡанда күңел айырыуса матурлыҡҡа, йәшлеккә тартыла. “Рәсәй халыҡтарынының мәҙәни мираҫы йылы”, “Һөнәри белем биреүҙе модернизациялау, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы”, “Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы” уңайынан районда “Һылыуҡай-2022” конкурсын уҙғарыу ниәтләнә.

Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа?Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа?
Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа?

Уның маҡсаты туған телде, милли йолаларыбыҙҙы пропагандалау, башҡорт ҡыҙҙарының гүзәллеген күрһәтеү, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе күтәреү, йәштәрҙе ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү. Ҡыҙҙарҙың ижади һәләтен асыу маҡсатында ойошторолған конкурс өс этапта уҙғарыласаҡ. Тәүҙә һайлап алыу туры ойошторола. Ул 14 февралгә тиклем ауылдарҙа, мәктәптәрҙә үткәрелә. Икенсе этапта финалда ҡатнашыусылар һайлап алына. Ул Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында 25 февралдә үткәреләсәк. Ә инде гала-конкурс һәм еңеүселәрҙе билдәләү 25 мартҡа билдәләнгән. Конкурста 16 йәштән 22 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ҡатнаша ала.

Тәүге ике турҙа ҡатнашыусылар визитка әҙерләп, башҡорт телендә ҡыҫҡаса үҙҙәре менән таныштырырға тейеш, шулай уҡ ижади номер йәғни бейеү, йыр һәм киске күлдәктә дефиле күрһәтеү ҙә конкурс талабы.

Ярышҡа сығыусы һылыуҡайҙарҙың башҡорт телен белеүҙәре мөһим , шулай уҡ тәбиғи матурлыҡ һәм мөләйемлек, һомғол буй, сәхнәлә үҙҙәрен тотоу оҫталығы ла еңеүгә юл асырға ярҙам итә.

- Һуңынан финалға үтеүсе ҡыҙҙар менән ике аҙна дауамында хореографтар шөғөлләнәсәк, уларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү буйынса ла дәрестәр алып барасаҡбыҙ. Түшелдеректәр эшләргә лә өйрәтәсәкбеҙ, һуңынан улар менән сәхнәлә сығыш яһаясаҡтар. Йәш ҡыҙҙарға халҡыбыҙҙың йолаларын өйрәтеү ҙә төп маҡсатыбыҙ булып тора, - тине мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова.

Финалға үтеүсе ҡыҙҙар араһында “Торатау гүзәле” номинацияһында еңеүсе лә иғлан ителәсәк. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә төркөмдәштәребеҙ тауыш биреү һөҙөмтәһендә иң лайыҡлыһын һайлап аласаҡ.

 

Фотолар редакция архивынан

Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа?
Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа?
Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа?
Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа?
Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа?
Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа?
Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа?
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас