Мәҙәниәт
7 Февраль 2022, 12:00

Ауыл хәбәрҙәре

Әхмәр мәҙәниәт йортонда Мәҙәни мираҫ йылын асыу уңайынан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауыл ағинәйҙәре менән берлектә «Башҡорт халҡында балаҫ һуғыу кәсебе» исемле тамаша күрһәтте.

Сара бик бай йөкмәткеле булды, башҡорт халҡының милли йолаларын тергеҙеү маҡсатында үткәрелде. Райондан килгән ҡунаҡтар ҙа сараның юғары кимәлдә үтеүен, матур ойошторолоуын әйтеп үтте. Был сара эшләнәсәк эштәрҙең башы ғына. Ауылыбыҙҙа йыл әйләнәһенә башҡорт халҡының мәҙәнилеген үҫтереү буйынса күп эштәр башҡарыласаҡ әле.
 

Автор:Әхмәр ауыл мәҙәниәт йорто
Читайте нас