Мәҙәниәт
6 Февраль 2022, 05:00

Ауыл хәбәрҙәре

4 февраль Көҙән ауылының мәҙәниәт йортонда Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылын асыу тантанаһы булып үтте. Сараға мәктәп эргәһендә тәрбиәләнеүсе уҡыусы балалар, ауылдың ағинәйҙәре, иң оҫта ир-егеттәре, Әхмәт-Зәки Вәлиди музейы хеҙмәткәрҙәре, Ишембай ҡала һәм район мәҙәниәте бүлегенән ҡунаҡтар саҡырылды.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Байрам тантанаһын ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Шәйәхмәтов Ильдус Әүхәҙи улы асып ебәрҙе. Бер-бер артлы оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Ауылыбыҙҙың һөнәрмән ир-егеттәре Ғатауллин Рамил Марат улы менән Хәйретдинов Филүс Хизбулла улы әлеге ваҡытта онотолоп барған арҡан ишеү һөнәрен күрһәтте.

Фидәлиә Филүс ҡыҙы төрлө ысулдар менән матур итеп яулыҡ бәйләү серҙәренә төшөндөрҙө. Ауылыбыҙ ағинәйе Римма Флер ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн яулыҡ ябыныуҙың һаулыҡ һәм эстетик яҡтан әһәмиәте тураһында һөйләп үтте. Музей хеҙмәткәрҙәре өләсәйҙәр һандығында һаҡланып ҡалған ҡомартҡы шәл-яулыҡ, ҡашмау, селтәр (һаҡал) кеүек биҙәүестәрҙе күрһәтеп, уларҙың тарихы менән таныштырҙы.

Барыбыҙҙы бергә йыйып, ошо матур байрамды ойоштороусы Көҙән ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

 

Фото: https://vk.com/id529167005

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Әхмәтзәки Вәлиди музейы
Читайте нас