

Башҡорттарҙа яулыҡтың киң йәйелгәне уның төрҙәренән, атамаларынан һәм аксессуарҙарынан да күреп була: алҡа яулыҡ, ҡушъяулыҡ, балҙы яулыҡ, бот, таҫтарҙы ла яулыҡ тигәндә булалыр, яулыҡҡа килештерелгән төрлө аксессуарҙар, биҙәүҙәрҙең дә “һаҡалдырыҡ”, “ҡолаҡсыҡ” һымаҡ үҙенсәлекле исемдәре бар.
Борон яулыҡһыҙ йөрөү бик һирәк күренеш булған. Ял иткәндә лә, эш эшләгәндә лә яулыҡты бәйләп йөрөгәндәр. Әлбиттә, был динебеҙҙән дә килә - сәс күрһәтергә ярамаған. Өләсәйҙәребеҙ әйтеүенсә, яулыҡ шайтандан һаҡлаған, сәс ялбыратып йөрөгәнгә зәхмәт эләгә тигәндәр. Һәм киреһенсә - яулыҡ ябынғандар зәһмәттән һәм шайтандан һаҡланыр тигәндәр.