

Булғандыр ҙа ошо донъяларҙың
Төрлө сағын өйөп биргәне.
Бәхеттәрҙән һауаларға сөйөп,
Ҡапыл ергә атып бәргәне.
Булғандыр шул, эйе, булғандыр шул,
Һынауҙарҙан бөгөп һалғаны.
Бирешмәнең ләкин, һыр бирмәнең
Һин Хоҙайҙың сабыр балаһы.
Аҡыл менән үттең кәртәләрҙе,
Йырып сыҡтың көслө булғанға.
Башҡайыңды ғорур күтәрҙең дә,
Тик йылмайып баҡтың донъяға.
Һәм әле лә шулай, таһыллыһың,
Яғымлыһың, көләс, алсаҡһың.
Кешеләргә нурҙар өләшеүсе
Ҡояш кеүек сағыу, ихласһың.
Ҡорған донъяларың гөл шикелле,
Моң түгелә әйтер һүҙеңдән.
Килер быуындарға нур сәсәһең,
Яҡты юлдар ҡала эҙеңдән.
Шулай ғына булһын, гел уң килһен.
Бәхет менән тулһын тормошоң.
Һин бит беҙгә йәшәү сығанағы,
Оло өлгө матур булмышың!
Фото: https://pixabay.com/ru