

Ауылыбыҙҙың оҫта ҡуллы апайҙары балаларға ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Башҡорт халыҡ көйҙәрен көйләп апайҙар йөн иләне, бороңғо аяла кәзә мамығы аялап күрһәттеләр, бәйләм ярышы уҙғарылды.
Хәҙерге интернет заманында балаларға әсәй-өләсәйҙәрҙән мираҫ булып ҡалған ҡул эштәренең нескәлектәрен өйрәтеү бик мәртәбәле эш булды. Балалар ихлас күңелдән йөн теттеләр, иләп тә ҡаранылар, йөндө ҡыҙҙар менән малайҙар аяҡлап та алдылар. Малайҙарға быйма төпләү серҙәрен дә аңлаттыҡ. Ағинәйҙәребеҙ магазин ебенән ырғаҡ менән түшәктәр бәйләү серен һөйләнеләр. Һарыҡ менән кәзә малының ни тиклем файҙалы икәнен балалар ихлас күңелдән тыңланылар.