Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Ғинуар 2022, 14:00

Әхмәрҙә "Һаулыҡ - ҙур байлыҡ" тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо

18 ғинуар "Ағинәйҙәр" ойошмаһы менән берлектә Әхмәрҙә "Һаулыҡ - ҙур байлыҡ" тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

Әхмәрҙә "Һаулыҡ - ҙур байлыҡ" тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо
Әхмәрҙә "Һаулыҡ - ҙур байлыҡ" тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо

Һәр ҡатнашыусы һаулығын һаҡлар өсөн нимәләр эшләүе тураһында һөйләп үтте. Ҡыҙыҡлы фекерҙәр, тәкдимдәр ҙә яңғыраны. Аза Миниәхмәт ҡыҙы ауылыбыҙҙағы Сөбөрләүек һыуының бик файҙалы булыуы тураһында әйтеп үтте һәм яҙ айҙарында уның тирә-яғын йыйыштырып, таҙартып ҡуяйыҡ, тип тәҡдим дә яһаны. Барыһы ла шатланып риза булды.
Хәлимә Хариж ҡыҙы буҙа ҡойоу серҙәре менән уртаҡлашты, был милли эсемлектең файҙаһы тураһында ла бәйән итте.
Назия Хажи ҡыҙы быуындар һыҙлағанда Көйөргәҙе районы Яҡут ауылындағы тоҙло күлдең батҡағы бик ныҡ ярҙам итә, тине. Ул үҙе, ғаиләһе менән, был күлгә йылда бара икән.
Дарыу үләндәрен ауырығанда ғына түгел, профилактика өсөн дә эсеү кәрәк , тине күптәр. Һәр кем үҙе белгән рецепт менән бүлеште.
Шулай итеп, һау-сәләмәт булам тиһәң, түбәндәге кәңәштәрҙе үтәү ҙә етә икән: даими дарыу үләндәре эсеү, файҙалы ризыҡ ашау, таҙа һыу эсеү, йышыраҡ саф һауала йөрөү. Һәм, әлбиттә, күңел тыныслығы.
Барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт булайыҡ!

 

Фото: https://vk.com/id418416936

Автор:Әхмәр ауылы китапханаһы.
Читайте нас: