

Беҙ бәләкәй саҡта һәр өй һайын атай -олотайҙарыбыҙ быйма төпләй белһә, хәҙерге заманда уның кеүек кешеләр ауылдарҙа бармаҡ менән генә һынарлыҡ. Бына ошо борондан килгән кәсепте бер аҙ иҫкә төшөрөп, балаларға күрһәтеү маҡсатында беҙ Ҡалыу-Айры ауыл клубында быйма төпләү сараһы үткәрҙек.
Ришат ағайыбыҙ был кәсеп тураһында бик ентеләп һөйләне һәм күрһәтеп, өйрәтеп бирҙе. Сарабыҙ һуңында быйма ярҙамында спорт уйындары ла ойошторолдо. Сарабыҙҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт.