Мәҙәниәт
9 Ғинуар 2022, 08:00

Йырҙарымда йөрәк ауазы

Этҡол мәҙәниәт йортонда “Йырҙарымда йөрәк ауазы” тип исемләнгән бик матур концерт уҙҙы.

Йырҙарымда йөрәк ауазыЙырҙарымда йөрәк ауазы
Йырҙарымда йөрәк ауазы

Тамаша ауылдаштарыбыҙ, хәҙер инде мәрхүм, Бикбиров Нурислам һәм Миңлекамалдың балалары, ейәндәре ҡатнашлығында әҙерләнгәйне.
Был сара ғаилә тарихы, XX-се быуаттың башынан бәйән ителде.
... 1921 аслыҡ йылында ҡаҙаҡ далаларынан ике ғаилә Башҡортостанға күсеп килә. Береһе Нурисламдың ата – әсәһе була. Шул замандарҙан төпләнеп ҡалып, ҡаҙаҡ ғаиләһе башҡорт ерҙәрен үҙ итә. Нурислам буй еткереп, Этҡол ауылы ҡыҙы Миникамалға өйләнә. Ғаиләлә 9 бала донъяға килә. Нурислам бабайҙы беҙ ауыл көтөүсеһе итеп беләбеҙ. Ул замандарҙа һәр бер метрға тийәрлек сәселгән, ауылды уратып алған иген баҫыуҙарына керетмәй көтөүҙе тотоуы бер ҙә еңелдән булмағандыр. Тик тырыш кешеләр генә көтөүсе булып эшләй алалыр, тигән фекерҙәмен.
Ғаиләлә йыр – моңға ғашиҡ әсәләре Миңлекамалға оҡшап, йырларға яратҡан балалар үҫә. Мәҙәниәт йортонда уҙған һәр бер сара улар ҡатнашлығында уҙа.
Ә әлеге концертты уҙғарыу теләге Гөлзада Нурислам ҡыҙында барлыҡҡа килә. Ошо тамаша аша бала саҡтан йөрөткән милләт айырмаһын, күңел әрнеүен йөрәгенән алып ташларға теләй ул. Ауылдаштарынан бигерәк, үҙенә “Мин дә бер кемдән дә кәм түгелмен!” – тип иҫбатлағыһы килә.
Ә ысынында бай йөкмәткеле, уйланып төҙөлгән программалы концерт килеп сыҡты. Бер туғандар: Рәфҡәт Бикбиров, Шәрифә Ғилванова, Гөлназ Ғафарова, Гөлзада Нигматуллина, Нурғәле Бикбиров башҡарыуында халыҡ һәм ретро йырҙар тамашасы һөйөүен яуланы. Силәгенә күрә ҡапҡасы тигәндәй, еңгәй – килендәр ҙә йырға оҫта булып сыҡтылар. Этҡол ауылының “Умырзая” фольклор төркөмө ағзаһы Тәнзилә Бикбирова һәм Ҡоҫапҡол ҡасабаһында йәшәүсе Фәриҙә Бикбированың йырҙары алҡыштарға күмелде. Сәхнәбеҙ биҙәге Динә Ниғмәтуллина башҡарыуындағы бейеүҙәр, Альбина Агеева йырҙары тамшаны тағы ла сағыуыраҡ итте. Ә инде сәхнәгә Ғайса һәм Гөлзада Ниғмәтуллиндарҙың бөркөттәй дүрт улы килеп сығыу тамашасыларҙың күңелендә һоҡланыу уятып, алҡыштарға күмелде.
Афарин, Бикбировтар! Һеҙ тағы ла йыр – моңға ғашиҡ, күңелендә тик изге уйҙар йөрөткән, матур кешеләр икәнлегегеҙҙе иҫбатланығыҙ!

Йырҙарымда йөрәк ауазы
Йырҙарымда йөрәк ауазы
Йырҙарымда йөрәк ауазы
Йырҙарымда йөрәк ауазы
Автор:Гөлдәр Йәрмөхәмәтова
Читайте нас