

2021 йыл уның өсөн матур хеҙмәт ҡаҙаныштары менән иҫтәлекле. Һигеҙ йәштән гармундан айырылмаған һәм бар ғүмерен мәҙәниәт өлкәһенә хеҙмәт итеүгә бағышлаған Рәмилә Минеғужа ҡыҙы менән менән Яңы йыл алдынан осрашып, әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Рәмилә Минеғужа ҡыҙы, үҙегеҙ ҡайһы ауылда тыуып үҫтегеҙ һәм мәҙәниәт юлынан китеүегеҙгә нимә сәбәпсе булды?
- Үҙем Ишәй ауылы ҡыҙымын. Ун балалы ғаиләлә һигеҙенсеһе булып тыуғанмын. Миңә һигеҙ йәш булғанда, үкенескә, атайым үлеп ҡалды, шуға ун баланы аяҡҡа баҫтырыу ауырлығы әсәйемдең иңенә төштө. Атайым да гармунсы булған, уның йыр-моңға һәләте, бәлки, миңә күскәндер ҙә. Дүртенсе класҡа ҡаланың 2-се мәктәп-интернатына уҡырға барҙым. Шунда уҡығанда гармунда уйнауға ҡыҙыҡһыныу тыуҙы. Бик көслө хор коллективы ла эшләй ине. Унда ла йөрөп, вокал яғынан да үҫтем. Минең бик тә гармун уйнарға теләгәнемде әсәйем аңлағандыр инде. Шул ваҡытта ул миңә 50 һумға “Чайка” тигән гармун һатып алып бирҙе. Күмәк бала менән нисек аҡса еткерәйем
тип тормай, һәләтемде үҫтерергә тырышҡан өсөн әсәйемә бик тә рәхмәтлемен. Шул гармунда уйнарға өйрәнеү менән бәйле бер ваҡиға әле лә күҙ алдында. Өйҙә тырышып-тырышып гармундың бер яғында уйнап ултырһам, эргәмдән үтеп барған бер туған апайым: “Кеше шулай хәрефләп гармун уйнай мени? Ана, оста йәшәүсе Юрис, бына ул уйнай, исмаһам!” тигәнгә, кәйефем төшөп, ултырып иланым хатта. Мине әсәйем йыуатып: “Мунсаға барып уйнап ҡара. Шунда тиҙ өйрәнәләр бит”, тигәс, мунсала ла ултырҙым әле. Шулай итеп уйнарға өйрәнеп киттем. Әсәйем үҙе лә бик моңло ине. Йөн ойоҡ бәйләй-бәйләй башҡорт халыҡ йырҙарын һуҙа торғайны, уға мин дә гармун менән эйәрәм...
Урта мәктәпте тамамлап, һөнәр һайларға ваҡыт еткәс, әсәйем: “Йырлаған, моңло кеше бәхетһеҙ була, йырсы һөнәрен һайлама”, - тине. Уның кәңәшен тыңлап, ҡаланың 76- сы һөнәрселек училищеһына юлландым. Уны тамамлағас, бер йыл заводта эшләнем. Шул ваҡытта күңелемде мәҙәниәт донъяһы тартыуын ныҡлап аңланым. Йылайыр районы Яманһаҙ ауылына бер туған апайым янына сығып китеп, унда клубҡа эшкә урынлаштым. Ул яҡтарҙа 13 йыл художество етәксеһе булып хеҙмәт иттем. Ошо ауылда тормошҡа сыҡтым, ике балабыҙ тыуҙы. Тормош иптәшем мәрхүм булғас, ҡабат тыуған яҡтарыма ҡайттым. 1999 йылда Петровск район мәҙәниәт йортона художество етәксеһе итеп эшкә алдылар һәм шул осорҙан әлегәсә ошо ауылда эшләйем һәм йәшәйем. Мин килгәндә “Петровчане” фольклор ансамбле бар ине, үҙем “Вдохновение” вокал ансамблен ойошторҙом. Шул йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы республика мәҙәниәт техникумының хор-дирижер бүлеген ситтән тороп уҡып бөттөм. Мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итеүемдең дөйөм стажы хәҙер 35 йылға етте. Был ике ансамблдән тыш “Сторонушка” исемле ветерандар хоры менән дә эшләйем. Был коллективта 12 кеше шөғөлләнһә, иң олоһона 83 йәш. Йәш быуын да иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Балалар өсөн “Домисолька” балалар вокал түңәрәге алып барам. Ошо түңәрәккә
йөрөп, музыкаға ылығып китеп, аҙаҡ Ҡазан консерваторияһын, башҡа абруйлы уҡыу йорттарын тамамлап, сәнғәт өлкәһендә хеҙмәт иткән уҡыусыларым менән ғорурланам.
- Коллективтарығыҙҙың төрлө конкурстарҙа һуңғы осорҙа яулаған уңыштары тураһында ла бер аҙ әйтеп үтегеҙ әле?
- Һанай китһәң, улар байтаҡ. Мәҫәлән, быйыл “Рус йыры” Бөтә Рәсәй конкурсында “Петровчане” 3-сө дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды, бер нисә йыл элек ошо уҡ ансамбль “Тыуған ауыл йырлай” халыҡ хорҙары һәм ансамблдәренең Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсында ла 3-сө урын алғайны. “Вдохновение” халыҡ вокал ансамбле лә төрлө кимәлдәге конкурстарҙа алдынғы урындарҙы биләй.
- Үҙегеҙҙең конкурстарҙағы уңыштарығыҙҙы ла ишетеп торабыҙ?
- Эйе, ҙур конкурстарҙа еңеү яулау артабан эшләргә күңелгә дәрт өҫтәй, камиллашыу мөмкинлектәрен аса. Мәҫәлән, 2021 йылда “Ҡазан һөлгөһө” тип аталған халыҡ йыр-бейеү сәнғәтенең 6-сы халыҡ-ара фестиваль-конкурсында гармунда уйнап йырлап гран-при яуланым. Фән Вәлиәхмәтов ижадына бағышланған “Үҙем уйнайым, үҙем йырлайым” исемле 2-се төбәк-ара йырсы башҡарыусылар конкурсында 3-сө урын алыуым да күңелдә матур хәтирә һаҡлай. Унан һуң ошондай уҡ исем менән татар йырын башҡарыусыларҙың 3-сө Бөтә Рәсәй бәйгеһендә лә финалист булдым. Маҡтау грамоталарым да тырышлығыма баһа. Мәҙәниәт өлкәһендә күп йыллыҡ хеҙмәтем өсөн Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләндем.
Бына шулай, 8 йәштә ҡулыма гармун алған булһам, бөгөн дә мәҙәниәткә хеҙмәт итәм. Буш ваҡыт эләккәндә үҙем дә көйҙәр яҙам. Эштә генә түгел, өйҙә лә гармун ҡулымда. Туғандар менән йыйылғанда ла осрашыуҙар гармунһыҙ үтмәй. Балаларым, башҡа һөнәр һайлаһалар ҙа, икеһе лә йыр-моңға һәләтлеләр.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Артабан да йыр-моң донъяһында арымай-талмай эшләгеҙ.