

- Үҙемде белә-белгәндән бирле гармунда уйнайым. Тәүге көйҙө 2-се класта уҡығанда сығарҙым. Гармунда бик матур уйнаған, үҙемдән бер нисә йәшкә өлкән Альберт исемле дуҫым бар ине, иң беренсе уҡытыусым ул булды. Тәүҙә гармундың бер яғында ғына көй сығарҙым. Тальянда оҫта уйнаусы күршеләге Йәлил бабай ярҙамында аҙаҡ гармундың ике яғында ла уйнарға өйрәндем. Тәүге тапҡыр концертта ҡатнашҡан көнөмдө лә иҫләйем әле – 4-се класта уҡығанда мәктәптә 8 Март байрамы алдынан концерт ойошторолғайны, шунда гармунда уйнап йырланым. Бишенсе класта район кимәлендәге конкурста ҡатнаштым. Шул ваҡыттан гармун ҡулдан төшкәне юҡ, - тине ул.
Минебай Минеғәли улының йыр-моңға һәләте осраҡлы түгел. Уның әсәһе йәш сағында бик моңло тауышлы булһа, бер туған ағаһы ла гармун оҫтаһы, шулай ҙа ул ҡурайҙы
нығыраҡ үҙ итә. Әйткәндәй, бала саҡта Минебай ағай өйрәнгән гармунды ағаһы үҙенең эш хаҡына һатып алып ҡайтып, ҡустыһының был һәләтен үҫтереүгә ярҙам итә. Нәҫелдән килгән музыкаға һәләт Хәлитовтарҙа юғалмай. Бөгөнгө көндә Минебай Минеғәли улының ҡыҙы ла Түбәнге Әрмет мәҙәниәт йортоноң мөдире булып эшләй.
Әңгәмәсем гармунда матур уйнаһа ла, һөнәре мәҙәниәт өлкәһе менән бәйле түгел. Ул Түбәнге Әрмет ауылында ирекле янғын һүндереү командаһын етәкләй. Ләкин буш ваҡыт булғанда ауылдағы мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалмай. Гармуны менән концерттарҙа сығыш яһай. Беҙҙең менән күрешкәндә ҡалала уҙғарыласаҡ Ҡыш бабайҙар парадында ҡатнашырға әҙерләнә ине. Ауыл мәҙәниәт йортонда уҙғарыласаҡ Яңы йыл кисәһендә лә ул Ҡыш бабай ролендә ауылдаштарын тәбрикләйәсәк.
- Әле гармунсылар конкурсында отҡан “Юрматы мебеле”нә 3 мең һумлыҡ сертификатты ошо байрамда ауыл мәҙәниәт йортона яңы йыл бүләге итеп тапшырасаҡмын, - тип үҙенең ниәттәре менән дә бүлеште.
Төркөмөбөҙҙә гармунсылар конкурсын уҙғарып, районыбыҙҙа әллә күпме оҫта гармунсылар барлығына инандыҡ, быға тиклем күренмәгәндәре бик күп булып сыҡты. Конкурс халҡыбыҙҙың күңел төпкөлөндә һаҡланған көй-моңдарға юл ярҙы, уларҙы тыңлап күптәребеҙ йәшлектәрен хәтергә төшөрҙө. Тауыш биреү мәлендә аҙаҡҡаса тиерлек ярыштың иң алғы һыҙығында килеүсе Нәғимә менән Самат Халиҡовтар ҙа редакция тарафынан еңеүселәр тип иғлан ителде. Уларҙың парлап йөрәккә үтерлек итеп уйнауҙары, йырлауҙары бик күп яҡташтарының күңелен яуланы. Ғөмүмән, гармунсыларҙың һәр береһе үҙенсә талантлы ине. Үҙешмәкәр генә түгел, профессионал гармунсылар ҡатнашыуы ла сараның мәртәбәһен күтәрҙе. Ҡала һәм районыбыҙҙа уҙғарылған бик күп мәҙәни сараларҙы биҙәүсе Хәйҙәр Нәҙершин, Рәжәп Килмөхәмәтовтың көй-моңдарын да ҡат-ҡат яратып тыңланыҡ. “Күңелем моңдары” тип исемләнгән үҙешмәкәр композиторҙарҙың республика конкурсында 3-сө дәрәжә лауреат исемен яулаған, үҙе көйҙәр ижад иткән Ринат Иҙелбаев та районыбыҙ ғорурлығы, ул да яҡташтарының бик күп тауыштарын йыйҙы. Ошондай һәләтле кешеләрҙең бик күп булыуына ҡыуанырға ғына кәрәк, сөнки тап улар тыуған еренең көсөн, ҡеүәтен арттыра, халҡының рухи мираҫын һаҡлай.
Автор фотоһы.