"Бәхетлеләр пар ҡанатлы"-тиҙәр,
"Бәхет булмай яңғыҙ ҡанатта",
Шундай ҡәтғи хөкөм сығарылған,
Яңғыҙ ҡанатлыларға ҡарата!
Парлылар ҙа барыһы ла матур осмай,
Ҡай саҡ була йығылып төшкәне,
Бар шашынып күккә ашҡандары,
Ҡояш нурҙарына бешкәне!
Мин ҡанатһыҙ ерҙән атлап барам,
Шулай яҙған минең яҙмышҡа,
Ерем ышаныслы үпкәм дә юҡ,
Ҡаты яҙмышыма яңлыш та!
Рәхмәт уҡыйым әле, шөкөр итәм,
Ерҙә йөрөү теймәй күптәргә...
Балаларым ҡанат ҡуйған саҡта,
Мин дә осам... осам күктәрҙә!
Мин дә Осам!
+24 °С
Ямғыр



