Мәҙәниәт
18 Декабрь 2021, 16:00

Таланттар күп беҙҙә

Ҡаланың Йәштәр һарайында “Музыкаль шау-шыу” тип исемләнгән муниципаль күп жанрлы ижади конкурс булып үтте. Ул “Vivat musica” ижади йәштәр майҙансығы” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо.

Таланттар күп беҙҙәТаланттар күп беҙҙә
Таланттар күп беҙҙә

Ишембайҙа бындай сара бересегә уҙғарылды. Унда кемдер үҙен вокалда, кемдер музыкаль инструменттарҙа уйнауҙа һынаны. Еңеүселәр төрлө номинациялар буйынса билдәләнде.
Әңгәмәсем , ҡалабыҙҙа уҙғарылған төрлө байрамдарҙы моңло тауышы менән биҙәүсе Инсаф Ишмөхәмәтов был конкурста вокал номинацияһында 2-се дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнде. Йыр уның яратҡан күңел шөғөлө. Элек ул ҡаланың балалар сәнғәт мәктәбенең вокал бүлеген тамамлаған. Йыр серҙәренә бәләкәйҙән уҡытыусыһы Ҡарлуғас Пучкова өйрәткән. Әле Инсаф Ишембай нефть колледжында 2 курста белем алһа, был уҡыу йортонда ла Ҡарлуғас Нәзир ҡыҙы етәкселегендә вокал менән шөғөлләнеүен дауам итә. Әлеге конкурсҡа ла уҡытыусыһы тәҡдиме менән килгән.
- Сәхнә оҡшай. Ләкин үҙемде киләсәктә атайым һымаҡ нефтсе итеп күрәм, -ти Инсаф.
Әйткәндәй, был конкурста Ишембай нефть колледжының " Йондоҙлоҡ" вокал ансамбле лә 3-сө урын алды.
Колледж студенттарының башҡа ҙур йыр бәйгеләрендә лә уңыштары тос. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә халыҡ-ара күп жанрлы конкурста был ансамбль гран-при яулауға өлгәшкән. Ә "Еңеүҙе данлап" тип аталған республика вокал конкурсында Ильяс Ҡотошов, Инсаф Ишмөхәмәтов, шулай уҡ "Йондоҙлоҡ" вокал ансамбле 1-се дәрәжә дипломант булғандар.

 

Автор фотолары

Таланттар күп беҙҙә
Таланттар күп беҙҙә
Таланттар күп беҙҙә
Таланттар күп беҙҙә
Таланттар күп беҙҙә
Таланттар күп беҙҙә
Таланттар күп беҙҙә
Таланттар күп беҙҙә
Таланттар күп беҙҙә
Таланттар күп беҙҙә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас