Мәҙәниәт
16 Декабрь 2021, 14:00

Фәүзиә Рәхимғолованың тыуыуына - 100 йыл

Фәүзиә Рәхимғолованың тыуыуына 100 йыл тулыуы айҡанлы һеҙҙең иғтибарығыҙға "Тәүгҽ ҡар", "Ҡайынҡолҡам" шиғырҙарын тәҡдим итәм.

Фәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолова 1921 йылдың 15 декабрендә Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында тыуа. Тәүҙә Йәнырыҫ башланғыс мәктәбендә, унан яңы асылған интернатта уҡый, алтынсы кластан һуң Сәтрлетамаҡ ҡалаһындағы пионервожатыйҙар курсына ебәрелә, һуңынан Өфө педагогия рабфағына уҡырға инә. Рабфакты тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыуын дауам итә. Ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, Өфөләге моторҙар эшләү заводына эшкә инә.
Һуғыштан һуң Маҡар районының мәғариф бүлегендә инспектор, һуңынан Ишәй ете йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире булып эшләй. Ситтән тороп пединститутты тамамлай. 1952 йылда уның балалар өсөн яҙылған тәүге “Яҡын дуҫ” тигән китабы донъя күрә.
Яҙыусының ололар өсөн яҙылған әҫәрҙәренең дә төп сифаты – эскерһеҙлек. Уның бар әҫәрҙәрендә иң әүәл шул сифат ярылып ята. Фәүзиә Рәхимғолова ижадында әле бер генә быуын тәрбиәләнмәҫ. Уның эскерһеҙ ижады күптәрҙең күңел түрен яулар, рухи ныҡлыҡ бирер.

 

Видеолар: https://vk.com/iznk02?z=video-66100875_456239110%2F1e2950c5d1abb8f9ea%2Fpl_wall_-66100875

https://vk.com/iznk02?z=video-66100875_456239111%2F35a84c39da4fa779c2%2Fpl_wall_-66100875

Автор:
Читайте нас