

Була шундай минуттарым -
Шатлыҡтан урғый хистәр,
Башҡа килә ошо фекер:
“Әсәйем булһа әгәр…”
Күңелемде тырнағанда
Күңелһеҙ, ауыр хәбәр,
Уйлайым тағы һағынып:
“Әсәйем булһа әгәр…”
Үҙем күптән әсәй инде,
Балалар үҫте хәҙер,
Эй һағынам әсәйемде,
Әсәйем булһа әгәр…
Күптән юҡ инде әсәйем,
Күңелдән сыҡмай мәгәр.
Көн һайын да уйлап алам:
“Әсәйем булһа әгәр…”
…Күптән инде юҡ хәбәрең,
-Һаҡла баламды, Аллам!
…“Әсәйем булһа әгәр,”- тип,
Һин дә уйларһың, балам.
Фото: https://pixabay.com/ru