Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Декабрь 2021, 21:00

Әсәйҙәргә ваҡытыбыҙ етмәй..

.

Әсәйҙәргә ваҡытыбыҙ етмәй..
Әсәйҙәргә ваҡытыбыҙ етмәй..

Әсәйҙәргә ваҡытыбыҙ етмәй,Ашығабыҙ, бөтмәй эшебеҙ,Сит-яттарға ярҙам күрһәтәбеҙ,Әсәй көтөр – ул үҙ кешебеҙ!Беҙҙең өсөн тик ул янып-көйә,Көтә тәмлекәстәр бешереп,Һыҙланыуын беҙгә һиҙҙермәйсә,Төндә эсә дарыу йәшереп.Күп һөйләйбеҙ, ләкин иң кәрәкле,Иң ҡәҙерле һүҙҙе әйтмәйбеҙ,“Ҡабаланам, әсәй, хуш хәҙергә!”-Яуап биргәнен дә көтмәйбеҙ.Эстән генә доғаларын уҡып,Йүгерә-атлай ҡала оҙатып,Төн йоҡламай аҙаҡ беҙҙе уйлап,Беҙ китәбеҙ шулай илатып.Күп кәрәкме уға? Ул бит әсәй!Сикәһенә терәп сикәне,“Һин кәрәкһең, әсәй, һағынам,” - типБер ҡосаҡлап уны үпһәңсе!Ҡояш кеүек балҡыр әсә йөҙө,Йөрәгенә килер еңеллек…Ошо йөрәк әле типкән саҡтаАшығайыҡ өйгә иң элек!

Фирүзә Абдуллина.

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:
Читайте нас: