Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Декабрь 2021, 07:30

Яҙмыштарҙан риза булайыҡ

.

Яҙмыштарҙан риза булайыҡ
Яҙмыштарҙан риза булайыҡ

Бисмилла, тип иртән таң атҡаста
Рәхмәт әйтеп доға ҡылайыҡ.
Һөйөндөрөп, бер аҙ көйҙөрһә лә
Яҙмыштарҙан риза булайыҡ.

Бер-бер артлы һынау килгәндә лә,
Башты эймәй тура атлайыҡ.
Һәр кисергән әрнеү- ғазаптарҙан,
Яҙмыштарҙан риза булайыҡ.

Шөкөр, Хоҙай беҙгә ғүмер биргән,
Һаулыҡ биргән, шуны һаҡлайыҡ.
Яҙмыштарҙан уҙмыш булмай тиҙәр
Булғанына риза булайыҡ.


Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Гөлшат Дәүләтшина
Читайте нас: