Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ноябрь 2021, 15:48

"Ҡош ҡанат менән, кеше дуҫлыҡ менән көслө"

Халҡыбыҙ шулайтып хаҡ әйтә. Ошо көндәрҙә үткәргән 60 йәшлек юбилейымды билдәләгәндә был хәҡиҡәткә тағы ла бер тапҡыр инандым мин. Рухи дуҫың яҡындамы ул, әллә 7 диңгеҙ аръяғындамы - шарт түгел, ил өҫтөндә уның булыуы мөһим. Үҙеңдең дуҫтарыңа кәрәкле булыуыңды, һине тәрән хөрмәт итеүҙәрен, ихлас яратыуҙарын белеү, ошо һөйөүҙе үҙ күҙҙәрең менән күреү тағы ла юғары бейеклектәргә әйҙәй, яңы осоштарға саҡыра.

"Ҡош ҡанат менән, кеше дуҫлыҡ менән көслө"
"Ҡош ҡанат менән, кеше дуҫлыҡ менән көслө"
Ул көндө Абдулҡадир Инан китапханаһында көнө буйы Илһам ҡошо осоп йөрөнө.Талғын ғына елпегән ҡанаттарынан моң тамды.
Күмәкләшеп бер ҡорға йыйылғанбыҙ бит.
Пандемия булыу сәбәпле, зал тамашасы менән шығырым тулы булмаһа ла, күңелебеҙ туп-тулы моң ине.
Тормоштоң ҡәҙерен, ғүмерҙең шул тиклем ғәзизлеген ошо кескәй генә сара үҙ телендә аңлатып бирергә тырышты.
Күңелде өйкәп торған һорауҙарға яуапты шиғырҙан эҙләнек, һыҙлаған яраларға дауаны шиғырҙан таптыҡ.
- Рәхмәт һиңә, Илһам ҡошо!
Шиғриәтте үҙ итеүсе бар халыҡтың телендә тик бер ошо һүҙ ине.

Мин дә, үҙ сиратымда, ҡосаҡ-ҡосаҡ гөлләмәләр, матур бүләктәр алғанда рәхмәт әйтеүҙән туҡтаманым.

Ижадымды хөрмәтләп, тәбрикләргә килеүсе Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Зөфәр Сәғетдин улы Зиннәтуллинға,
Ҡала башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосоповаға, талантлы прозаик, журналист, Шәйхзада Бабич премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатоваға,
"Ашҡаҙар" гәзите һәм ҡала Советы исеменән ҡотлаусы баҫма редакторы Рәмил Мансуровҡа, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, шағирә Римма Ғәлимоваға,
Үҙәкләштерелгән китапхана директоры Елена Калюжнаяға,
Абдулҡадир Инан исемендәге милли китапхана мөдире Гүзәл Ишбулатоваға, Нәзифә Иҫәнғужинаға, шулай уҡ хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан үҙ эшен һаман яратыусы Альмира Рафиковаға һәм унда эшләгән барлыҡ уңған ҡыҙҙарға,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ағинәйҙәренә, колледж, мәктәп уҡытыусыларына, балалар баҡсалары тәрбиәселәренә
- сараға килә алмайынса ҡотлауҙарын Интернет аша ла, ылау аша ла ебәргән барлыҡ ойошмаларға, республикала һәм унан ситтә йәшәгән барса дуҫтарыма бөгөн ихлас рәхмәттәремде оҙатам!

Айырым рәхмәттәрем, әлбиттә, Яҙыусылар союзына, уҡыусыларыма әҫәрҙәремде үҙ ваҡытында еткереп тороусы "Китап" нәшриәтенә, минең турала тапшырыуҙар күрһәткән һәм алып барған Телевидение , радио селтәренә, ижадымды яҡтыртыусы республикабыҙҙағы барлыҡ баҫмаларға рәхмәттәрем сикһеҙ!

Юбилей булғас, көтөлмәгән ҡыуаныс килтергән яҡтары ла булыусан.Нәҡ ошо көнгә Күмертау ҡалаһында йәшәп, ижад итеүсе композитор Йәүҙәт Усманов "Фатиха" исемле шиғырыма көй һалып, моңло, һағышлы йыр бүләк итте.
Йөрәк рәхмәттәрем һеҙгә, Күмертауҙар!
Ойошма етәксегеҙ Римма Арсланова менән тағы ла юғары бейеклектәргә күтәрелеүегеҙ көн кеүек асыҡ!

Юбилейымды тейешле һәм юғары кимәлдә үтһен өсөн бөтә көсөн һалған, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, талантлы шағирә Римма Ғәлимоваға тәрән ихтирамым сараға әҙерлек барышында тағы ла артты ғына. Йән тыныслығын юғалтып, көйәләнеп, хатта 7 төн уртаһында шылтыратыр ине. Үҙ эшен самаһыҙ яратҡандар ғына ошолай башкөллө эшкә һәм ижадҡа сума алалыр,тим.
Әлбиттә, уға ла йөрәк рәхмәттәрем барып етһен!
Артабан да барыбыҙға ла ошолай тығыҙ, дуҫтарса һәм йылы мөнәсәбәттә йәшәргә һәм эшләргә насип булһын!

Ошо саранан һуң уйланып ҡуйҙым: республикаға киң билдәле шағирәләр Зөбәржәт Йәнбирҙина, Эльмира Сәсәниә, Земфира Муллағәлиевалар, шағирҙар Салауат Рәхмәтулла, Рәшит Заһиҙуллин, прозаик Хәмит Иргалин, ғалимәләр: Рәйсә Илешева, Рәмзәнә Абуталипова, Вилә Искәндәроваларға Остаз булараҡ һис көйәләнергә урын юҡ икән дә баһа?!
Римма Ғәлимова әйтеүенсә, ойошмаға яңы ағзалар өҫтәлгән.Бөгөнгө көндә теүәл 15 ағза ең һыҙғанып башкөллө әҙәбиәткә хеҙмәт итә.
Шулай булғас,Остаздарыбыҙҙың сағыу мәктәбе үҙ традицияларына тоғро ҡалып бөгөн дә эшләй, бөгөн дә дауам итә, тигән һүҙ.
Ҡала ижады мөхитенең киләсәге яҡты булыуына иманым камил!
Беҙгә тик берҙәм булырға ғына кәрәк! Шул саҡта бер ниндәй һынауҙарға ла бирешмәйәсәкбеҙ!
"Айырылғандың ҡанаты ҡайырылған" тиҙәр. Ҡанаттарыбыҙҙы бер ҡасан да ҡайырмай ғына йәшәргә насип итһен беҙгә, ҡәҙерленән дә ҡәҙерле йән дуҫтарым минең!
 
 
Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВА

 

Сығанаҡ: https://vk.com/club176996622?w=wall-176996622_3275%2Fall
"Ҡош ҡанат менән, кеше дуҫлыҡ менән көслө"
"Ҡош ҡанат менән, кеше дуҫлыҡ менән көслө"
"Ҡош ҡанат менән, кеше дуҫлыҡ менән көслө"
"Ҡош ҡанат менән, кеше дуҫлыҡ менән көслө"
"Ҡош ҡанат менән, кеше дуҫлыҡ менән көслө"
"Ҡош ҡанат менән, кеше дуҫлыҡ менән көслө"
Автор:
Читайте нас: