Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Ноябрь 2021, 20:57

“Торатау моңо” даирәһе тағы ла киңәйһен

Бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайында “Торатау моңо” тип исемләнгән башҡорт хорҙары һәм вокал ансамблдәренең 3-сө республика фестиваль-конкурсы үтте. Ишембайҙа ул 3-сө тапҡыр уҙғарыла. Быйыл ул онлайн форматта ойошторолоуы менән үҙенсәлекле булды.

“Торатау моңо” даирәһе тағы ла киңәйһен
“Торатау моңо” даирәһе тағы ла киңәйһен

Шулай ҙа 30-ға яҡын коллектив йыр бәйгеһендә ҡатнашты, конкурсҡа үҙҙәренең видеояҙмаларын ебәрҙе. Башҡортостан Республикаһының дәүләт академия хор капеллаһының баш дирижеры һәм художество етәксеһе Алһыу Хәсбиуллина рәйеслегендәге жюри бөгөн видеояҙмаларҙы баһалап, еңеүселәрҙе асыҡланы. Хор коллективтары араһында 1-се дәрәжә лауреат исеменә Миәкә үҙәк мәҙәниәт йортоноң башҡорт халыҡ хоры лайыҡ булһа, вокал ансамблдәре араһында 1-се дәрәжә лауреат дипломын Ишембай районының “Маҡар ынйылары” ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбле яуланы. Ишембайҙың башҡа коллективтары ла уңышлы сығыш яһаны – ҡала мәҙәниәт һарайының “Йәншишмә” башҡорт халыҡ хоры 2-се дәрәжә лауреат, Кинйәбулат мәҙәниәт йортоноң “Аҡсарлаҡ”башҡорт халыҡ хоры коллективы 1-се дәрәжә дипломант булды. Шулай уҡ еңеүселәр исемлегендә ҡаланың милли мәҙәниәттәр үҙәгенең “Дуҫлыҡ” , Байғужа мәҙәниәт йортоноң “Ағинәйҙәр” , Петровск мәҙәниәт йортоноң “Илһам” вокал ансамблдәре бар.

(Конкурстан тулы репортажды гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ).

“Торатау моңо” даирәһе тағы ла киңәйһен
“Торатау моңо” даирәһе тағы ла киңәйһен
“Торатау моңо” даирәһе тағы ла киңәйһен
“Торатау моңо” даирәһе тағы ла киңәйһен
“Торатау моңо” даирәһе тағы ла киңәйһен
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: