

Был байрамдың йолаһы - шыршыны гирляндалар, уйынсыҡтар, мишуралар менән биҙәү, һуңынан уның аҫтында күптән көтөлгән бүләктәр табып, хыялдарҙың тормошҡа ашыуына өмөт итеү.
Ә үҙ ҡулдары менән эшләгән уйынсыҡтан да яҡшырағы юҡтыр. Уның ниндәй буласағы һеҙҙең фантазияға бәйле.
“Шыршыны биҙәргә ярҙам ит” конкурсында ҡатнашырға теләүселәр шыршыны биҙәү өсөн Яңы йыл биҙәүесе менән бүлешә ала. Яңы йыл уйынсығын эшләп приз отоғоҙ!
Бының өсөн иң әҙе бер Яңы йыл уйынсығын әҙерләп Ишембай тарихты өйрәнеү музейына, Ишембай ҡалаһы, Ленин урамы 16-сы йорт адресы буйынса килтерегеҙ. Конкурста 5 йәштән алып бөтә ҡатнашыусылар ҙа ҡатнаша ала.
Хөрмәтле ҡатнашыусылар! Эштәрегеҙ 25 декабргә тиклем ҡабул ителә. Тауыш биреү 27 декабргә тиклем дауам итәсәк. Һөҙөмтәләр һәм приз тапшырыу 28 декабргә планлаштырылған. Барығыҙға ла уңыштар теләйбеҙ!
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан