Торатау
+24 °С
Ямғыр
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Мәҙәниәт
18 Ноябрь 2021, 05:35
Үпкәләмә миңә, ғәзиз ерем
.
Үпкәләмә миңә, ғәзиз ерем
Үпкәләмә миңә, тыуған Яғым,
Кентеҡ ҡаны тамған нигеҙем.
Һине ташлап сығып киттем дә мин
Бәхет эҙләп күпме ер гиҙҙем.
Үтте ғүмер сит ерҙәр ҡыҙҙырып,
Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ.
Сит илдәрҙә султан булма тигән
Халыҡ әйтеме лә хаҡ һымаҡ.
Мең киҫәккә йөрәк телгәләнеп
Күҙ йәштәрем күпме түгелде.
Тыуған ерең ҡәҙ(е)рен белер өсөн
Ситтә йәшәү етә түгелме?!
Сит ерҙәрҙе үҙ итергә теләп
Яҙмыш һуҡмаҡтарын тапаным.
Үҙ ерең, бәхет иле икәнен
Ваҡыт үткәс кенә аңланым.
Үпкәләмә миңә, тыуған Яғым,
Тыуып үҫкән ғәзиз төйәгем.
Алған саҡта һуңғы һулышымды
Ҡабул итәрһең бит... һөйәгем.
Илья Кузнецов фотоһы (
https://vk.com/ishimbaiphoto
)
Автор:
Баймырҙина Римма
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Кентеҡ ҡаны тамған нигеҙем.
Һине ташлап сығып киттем дә мин
Бәхет эҙләп күпме ер гиҙҙем.
Үтте ғүмер сит ерҙәр ҡыҙҙырып,
Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ.
Сит илдәрҙә султан булма тигән
Халыҡ әйтеме лә хаҡ һымаҡ.
Мең киҫәккә йөрәк телгәләнеп
Күҙ йәштәрем күпме түгелде.
Тыуған ерең ҡәҙ(е)рен белер өсөн
Ситтә йәшәү етә түгелме?!
Сит ерҙәрҙе үҙ итергә теләп
Яҙмыш һуҡмаҡтарын тапаным.
Үҙ ерең, бәхет иле икәнен
Ваҡыт үткәс кенә аңланым.
Үпкәләмә миңә, тыуған Яғым,
Тыуып үҫкән ғәзиз төйәгем.
Алған саҡта һуңғы һулышымды
Ҡабул итәрһең бит... һөйәгем.