Ауыл ерендә күп ғаиләләр оя-оя ҡаҙ үҫтерә. Яҙ сыҡҡан бәпкәләр көҙгә оло ҡаҙҙарға тиңләшәләр. Шул ваҡытта хужа йәш килендәрҙе, ҡыҙҙарҙы ҡаҙ өмәһенә саҡыра. Байрамса кейенгән йәштәр, шаян һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, күңелле йырҙар көйләй-көйләй, ҡаҙ йолҡалар. Унан ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп йылғаға йәки күлгә барып йыуалар. Бында ла йыр-моң яңғырап тора.
Кисенә байрамда ҡатнашыусыларға өсөн ҡаҙ ите бешә, ҡаҙ майына, танауҙы ҡытыҡлап, ҡоймаҡ ҡойола. Уйын – көлкө, йыр-бейеүҙәр менән өмә ашы үткәрелә.
Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың көҙгө байрамы.
Ҡаҙ өмәһендә кешеләр бер-береһе менән яҡынданыраҡ аралаша, күңел аса.ҡаҙ өмәһе – көҙгө эштәрҙе бөтөргәс үткәрелә торған байрам. Байлыҡ, муллыҡ, матурлыҡ, тәүге ҡар. Матур тормош, яҡты көн байрамы ул ҡаҙ өмәһе.
“Ҡаҙ өмәһе” байрамының төп маҡсаты – башҡорт һәм татар халыҡтарында борон-борондан йәшәп килгән был матур йоланы, хәҙерге социаль шарттар яраклаштырып, көҙгө байлыҡ, муллыҡ, матурлыҡ байрамына әйләндереү. Халыҡ күңелендәге традицияларҙы нисек бар, шулай аяҡҡа баҫтырыу ғына түгел, ә уларҙы яңыса үҫтереү, уларға бөгөнгө яңғырыш биреү, тәрәнерәк мәғәнәле итеү- байрамдың үҙәк бурысы булырғы тейеш.
Күрше Һарғай ауылында ла ҡаҙ өмәһҽ байрамы ойошторолдо.Төрлө-төрлө моңло йырҙар йырлап ҡаҙ йолҡҡан йәш килендәр, оло апайҙар ҡаҙҙарҙы йолҡоп бөткәс көйәнтәләргә элҽп Рәүҙәк буйына төшөп, ҡаҙҙарын йыуып алдылар.Йылға буйында һыуыҡ, тип өшөп торорлоҡ булманы, сөнки таҡмаҡ артынан таҡмаҡ, йырлы бейеүҙәр ҡабатланып ҡына торҙо.Бына ниндәй күңелле ул халҡың берҙәм, туғандар дәртле булһа.