Мәҙәниәт
15 Ноября 2021, 02:30

Тойоп ҡына ғаилә бөтөнлөгөн...

.

Тойоп ҡына ғаилә бөтөнлөгөн,
Иркәләнеп атай-әсәйҙән,
Имен донъяларҙа ғүмер итеп,
Бәхет-шатлыҡ табып йәшәүҙән,
Ап-аҡ күңел менән гел йылмайып,
Белмәйенсә бәлә-ҡазалар,
Сәләмәтлек менән, иман менән,
Үҫеп торһон ерҙә балалар.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас