Мәҙәниәт
13 Ноябрь 2021, 02:25

Ҡайҙа икән ауылымдың...

.

Ҡайҙа икән ауылымдың...Ҡайҙа икән ауылымдың...
Ҡайҙа икән ауылымдың...

Ҡайҙа икән ауылымдың
Боронғо әбейҙәре?
Йөрөрҙәр ине хәл белешеп
Эй бөтмәй хәбәрҙәре.

Көйәнтәләп,йәш килендәй
Ул һыуға барыуҙары,
Иртә менән усаҡлыҡта
Ҡорот ҡайнатыуҙары.

Быҙау бәйләргә сыҡһа
Улар урман ситенә,
Бер яғырлыҡ ботаҡ һалып
Ҡайтыр ине иңенә.

Бесән ваҡыты етһә,
Яуырынға салғы һалып,
Китерҙәр ине йәйәүләп
Төйөнсөктәрен алып.

Йөрөрҙәр ине яулыҡты
Дүрт мөйөшләп ябынып,
Ғүмер буйы йәшәнеләр
Тик Аллаға табынып.

Кәңәш-төңәш итергә
Булһа ине хәҙер улар,
Тағы ла күркәмерәк
Булыр ине ауылдар.


Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Арсен Байымов.
Читайте нас