

Сарала ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Нәжиб Асанбаевтың тормошо, ижады тураһында документаль фильм ҡараныҡ. Шуныһы ҡыҙыҡлы, “Көҙән башҡорто” трилогияһын яҙып бөткәндән һуң, Нәжип Асанбаев Әхмәт-Зәки Вәлиди музейына килгән. Иҫтәлекле фоталар музей фондында һаҡлана.
Күргәҙмә 7 декабргә тиклем дауам итә. Рәхим итегеҙ!