

Уның барышында билдәле Ишембай рәссамы, художество мәктәбенә нигеҙ һалыусы Иван Михайлович Павловтың музей фонды коллекцияһында һаҡланған “Котел килтерҙеләр” тигән картинаһы тураһында һөйләнелде. Әйткәндәй, музейҙа авторҙың бер нисә картинаһы бар. Экскурсиялар ойоштороусы Ирина Усманованың музейҙың
туҡыусылыҡ бүлеге буйынса мәғлүмәттәре лә үткәндәргә алып ҡайтты. Ул үҙенең сығышында етендән еп эшләү технологияһы хаҡында бәйән итте. Шулай уҡ еп иләүҙә ҡулланылған эш ҡоралдарын да күрһәтте. Ата-бабаларыбыҙҙың боронғо һөнәрҙәрен белеп үҫеү йәһәтенән был сығыштың йәш быуын өсөн бигерәк тә әһәмиәте ҙур.
Ҡалабыҙҙа эшләп килгән күптәнге түңәрәктәрҙең береһе - авиамодель түңәрәгенең тарихы ла үҙ ҡыҙыҡһыныусыларын тапҡандыр. Теманы дауам итеп, һауа шарын эшләү буйынса
“Мауыҡтырғыс сәйәхәт” тип исемләнгән оҫталыҡ дәресе күрһәтеү ҙә бик урынлы булды.
Шулай уҡ Кинйәбулат ауылынан түшелдеректәр һәм ҡашмау оҫтаһы Регина Дәүләтова күрһәткән оҫталыҡ дәресе аша гүзәл заттар ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрен эшләү һөнәренә өйрәнде. Ҡалабыҙҙа эшләп килгән төрлө вокал, бейеү ансамблдәренең, йырсыларҙың видеосығыштары ла “Сәнғәт төнө”н байытты. Башҡорт китапханаһы
мөдире Зимфира Кошелеваның әсәйҙәргә арналған шиғыры тыңлаусыларҙы уйға һалмай ҡалмағандыр.
Онлайн-режимда уҙғарылған акция үткәндәребеҙгә алып ҡайтты, бөгөнгөбөҙҙө сағылдырҙы.
Автор фотоһы