

Башҡортостан-баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Тәпәй баҫҡан тупрағым
Тәгәрәп үҫкән ҡырҙарым,
Һыуһынымды ҡандырған
Тәмле-татлы һыуҙарым.
/ Р.УРАҠСИНА./
Минең тыуған яғым - Башҡортостан. Беҙҙең республикабыҙ бөйөк Рәсәй киңлектәрендә урынлашҡан. Бында бик күп милләт дуҫлыҡта һәм берҙәмлектә матур ғүмер кисерә. Уларҙың уникаль ғөрөф-ғәҙәттәре, боронғо мәҙәниәте тыуған яғыбыҙҙың иң мөһим рухи байлығы булып тора. Һәр кемгә үҙ тыуған яғы ҡәҙерле. Ҡайҙа ғына булһаң да, ниндәй генә матур ерҙәрҙе күрһәң дә, күңелгә барыбер үҙ тыуған яғың яҡын. Эйе, тыуған еремдең тәбиғәте лә матурыраҡ, һауаһы ла таҙараҡ. Кем генә Башҡортостанға ҡунаҡ булып килмәһен, барыһын да бындағы йәшел ҡуйы урмандар, саф таҙа һыулы йылғалар, бейек тауҙар һәм ҡунаҡсыл, нескә күңелле башҡорт
халҡы таң ҡалдыра.
Тыуған яҡ – ул минең яратҡан ғаиләм һәм тыуған йортом ғына түгел, ә бөтә Башҡортостан. Эҫе йәй көндәрендә урманда ҙур имәндәр һәм төҙ ҡайындар күләгәһендә, еләҫтә йөрөү иң рәхәтелер. Ҡайҙалыр яҡында ғына етеҙ шишмә үҙенең моңло йырын йырлап йүгерә, ул бер ҙә арымай: ҡышын да,йәйен дә, яҙын да, көҙөн дә
ҡайҙалыр ашыға ла ашыға. Ә урмандары төрлөтөрлө еләк-емештәргә, бәшмәктәргә, шифалы үләндәргә бай. Был бөтә байлыҡтарҙы беҙҙең яҡшы мөнәсәбәтебеҙ генә һаҡлап киләсәк быуындарыбыҙға ла еткерер.
Минең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған яҡ - ул минең тыуған ауылым Һайран. Тыуған ауылым ҙур ҙа, бәләкәй ҙә түгел, уны тауҙар, урмандар, яландар уратып алған. Ауыл эргәһендә Шиҙе йылғаһы ағып ята. Бала-саға йәй көнөндә иртәнән кискә тиклем ошо йылғала балыҡ тота, рәхәтләнеп һыу инәләр. Ә урманда еләк, бөрлөгән, бәшмәк йыйыу, туғайында муйылға йөрөү – беҙҙең иң яратҡан шөғөл.
Башҡортостанда тәбиғәт байлыҡтары бик күп. Бында булған сәйәхәтселәрҙең күңелдәрендә күргән матурлыҡ оҙаҡҡа һаҡланыр һәм тағы ла ошо тылсымлы ергә кире килерҙәр тип уйлайым. Минең тыуған яғым ныҡ матур.
Беҙҙең бурысыбыҙ – ошо тәбиғи байлыҡтарҙы, тыуған яғыбыҙҙың матурлығын һаҡлауға барлыҡ көсөбөҙҙө һалыу, тыуған еребеҙгә ҙур ихтирам менән ҡарау. Шулай булһа ғына, бында килеүсе ҡунаҡтарыбыҙ ҙа беҙҙең тыуған яғыбыҙға, тыуған еребеҙгә ихтирам менән ҡарарҙар һәм уға зарар килтермәҫтәр.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан