Мәҙәниәт
8 Ноябрь 2021, 03:10

Туғаным - яҙмышым бүләге...

.

Туғаным - яҙмышым бүләге,
Был ерҙә һин тере хазинам.
Өшөгәндә йәнем мин һаман,
Йылы эҙләп һиңә һыйынам.

Тик һиңә сисәм мин серҙәрем,
Беләм серем сыҡмай яттарға.
Был тормоштоң әсе еленән,
Әҙерһең һин мине яҡларға.

Туғаным, ҡәҙерлем һин минең,
Донъямдың иң сағыу биҙәге.
Булайым үҙем дә гел һиңә
Ышанып таяныр терәгең.

Кәртәме ҙур юлдар араһы?!
Йән тарта, ҡан тарта туғанды.
Аллаһым ярата йышыраҡ,
Хәлдәрҙе белешеп торғанды.

Оҙатам йөрәгем түренән
Ағылған мең рәхмәт һүҙемде.
Үтелһен ғүмерең аһ-зарһыҙ,
Аяһын яҙмышың үҙеңде.


 
Автор:Р. Ҡужакова
Читайте нас