Байҙан да ҡала был тормош,
Ярлыҡамай ярлыһын.
Яңғыҙҙы ла ала әжәл
Аямай ул парлыһын.
Өс көнлөк кенә донъның
Ҡәҙерҙәрен беләйек.
Байлыҡ түгел Тәңребеҙҙән
Һаулыҡ бир тип теләйек.
Изгелек ҡылып ҡалайыҡ,
Ғәфү һорай беләйек.
Үҙһүҙләнеп,юҡ мин түгел
Һин ғәйепле,-тимәйек.
Тормош булғас була инде,
Әҙ-мәҙ ығы-зығы ла.
Бәхет араһына килеп
Ҡайғыһы ла тығыла.
Әмәлдәр юҡ, ни хәл итмәк
Сабыр ғына булайыҡ.
Байлыҡ түгел,һаулыҡ һорап
Доғаларҙы ҡылайыҡ.
Өс кенә көнлөк тормошта
Тик бәхетле булайыҡ!!!