Үҫкән ерҙән төшкән ер ҡәҙерле,
Төшкән ерҙә таштай бат, балам,
Ҡәйнә тупрағынан тыуа килен,
Тупрағыңды һаҡла-баҡ, балам!
Тыуған өйҙән торған өйөң яҡын,
Йортһоҙ булмай донъя көткәндә.
Һылыулығың менән һыу буйлама,
Тыуған ҡыйығыңдан киткәндә.
Көтмә бәхет ҡыйғас ҡаштарыңдан,
Зифа буйың, нескә билеңдән.
Уйҙар уйлап буйла ғүмереңде,
Тап гәүһәрҙәр аҡыл төбөңдән.
Ахмаҡҡа тик диңгеҙ тубыҡтандыр,
Баштан ашҡан уға күләүек.
Төптөр-төптөр үҫкән төп йортоңа
Ишеттермә зарың-сеңләүең.
Таянырлыҡ ҡатын була күрсе,
Йыйырылмаҫ ҡашлы, алсаҡ бул.
Ғәзиз ғаиләңдең йән түрендә
Йылынырлыҡ яҡты усаҡ бул.
Һин тәүге лә һәм һуңғыһы ла түгел,
Донъя алһын һинән алаһын:
Әсә иткән ата балаһына
Үҫтереп бир халыҡ балаһын!
Төбәп килгән ерҙә төплө килен -
Бүҙәнәләй түлле - көслө бул.
Ҡайҙа төшһәң, шунда ғына ҡартай:
Ап-аҡ сәсле, һары тешле бул!
+24 °С
Ямғыр


