Мәҙәниәт
28 Октябрь 2021, 05:09

Ноғман Мусиндың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман ағай Мусиндың таянысы, тормош усағын дөрләтеп тороусы ғәзиз ҡыҙы Гөлшат апай был фани донъянан китеп барҙы.

Ноғман Мусиндың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...Ноғман Мусиндың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Ноғман Мусиндың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

 Әле генә Гөлшат апай һөйөклө атаһының 90 йәшлек юбилейын уның тыуған ауылы Ҡолғонала, Ишембай ҡалаһында байрам итеүҙе ойоштороп, ҡанатланып йөрөнө. Донъяға яҡты йөҙөнөң нурын сәсеп, йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит... Үкенес! Ни хәл итәһең, донъя шулай ҡоролған.Аҡһаҡалыбыҙ Ноғман ағайға ошондай ауыр саҡта сабырлыҡ бирһен Аллаһ Тәғәлә! Гөлшат апайҙың йәнең йәннәттә булһын!

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас