Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Октябрь 2021, 21:10

КӘҢӘШ БИРҘЕҢ

.

КӘҢӘШ БИРҘЕҢ
КӘҢӘШ БИРҘЕҢ

Башҡайымды һыйпап кәңәш бирҙең
"Әҙер бул, һин балам барһына..
Тормошта ла тәбиғәт ҡануны
Үҙгәреүсән..төрлө саҡ була..

Ҡояш көткән саҡта ямғыр яуа
Йылы көткән саҡта һыуыта.
Уңға китәм тигән юлдарыңдан
Һин китергә мөмкин һул яҡҡа..

Әҙер бул һин, балам, һынауҙарға
Күтәрелһә кинәт дауыл һымаҡ.
Көслө елләп ямғыр яуғандан һуң
Һин онотма! Ҡояш сыға һаман..

Бик илайһың килгән сағыңда ла
Күҙ йәшеңде тыйып ҡала бел!
Ҡайнар йәштәреңә һөйөнгәндәр
Табылып тора икән, балам, гел...

Ауыҙыңда ҡара ҡан булһа ла
Һин төкөрмә уны, эскә йот!
Аңла балам,һинең ауырлыҡты
Еңеләйтә алған бер кем юҡ!!!

Бәхетеңә һинең һөйөнмәҫтәр,
Шатлығыңды һинең һиҙмәҫтәр.
Уңыштарға ирешкәнһең икән,
Күрмәмешкә һалышып үтерҙәр...

Шуға балам, ҺИН үҙеңә таян!
Ярҙам көтмә, ерҙә бер кемдән.
Алла берлегенә ышанып
Йәшә балам, йәшә, ысын күңелдән!!!


Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Венера Мәхмүтова
Читайте нас: