Мәҙәниәт
24 Октябрь 2021, 07:42

Эй, яҙмышым, һиңә рәхмәтлемен...

.

Эй, яҙмышым, һиңә рәхмәтлемен...Эй, яҙмышым, һиңә рәхмәтлемен...
Эй, яҙмышым, һиңә рәхмәтлемен...

Эй, яҙмышым, һиңә рәхмәтлемен:
Ауырлыҡтар бирҙең – түҙерлек,
Ҡайғылар ҙа бирҙең – күтәрерлек,
Көс-сабырлыҡ бирҙең етерлек.

Эй, яҙмышым, һиңә рәхмәтлемен:
Һатлыҡ “дуҫтар” китеп ҡотҡарҙы,
Ҡәҙерҙәрен беләм, хөрмәт итәм
Һынау үткән тоғро дуҫтарҙы.

Эй, яҙмышым, һиңә рәхмәтлемен:
Йәлләмәйсә бирҙең сабырлыҡ,
Күҙ йәштәрен йотоп, кешеләргә
Йылмайырлыҡ көстәр табырлыҡ.

Эй, яҙмышым, һиңә рәхмәтлемен:
Мөхәббәтте бирҙең – ғүмерлек.
Яҡын кешеләрең янда булһа,
Тормош һынауҙары түҙерлек.

Эй, яҙмышым, һиңә рәхмәтлемен:
Һынауҙарға ҡаршы тор(а)алам,
Һәр бер яңы көнгә һөйөп бағам,
Һәр бер көндән яңы йыр алам.

Эй, яҙмышым, һиңә рәхмәтлемен…

 

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Фирүзә Абдуллина
Читайте нас