

Төрлө була мәлдәр... Шатлыҡтар ҙа,
Ҡайғылар ҙа тора алмашып.
Һағыш томанынан сыға алмай,
Йөрөгән мәл була, аҙашып.
Шул ваҡытта күңелеңдә һис тә
Һүрелмәһен бер ут сатҡыһы:
Томандарҙы ярып юл күрһәтер
Мәңгелек ут - йәшәү шатлығы.
Сикһеҙ матурлығы еребеҙҙең
Һағыш томандарын таратһын.
Йәшәү көсөн, бөйөклөген раҫлап,
Һәр көн иртән яңы таң атһын!