

Ҡатын - ҡыҙҙың бәхете ниҙән?
Һалынғанмы ул тыуған нигеҙҙән?
Алынғанмы үрелеп үрҙән?
Тамыр алғанмы әллә ерҙән?
Шат - йылмайыу китмәһә йөҙҙә,
Ғаилә усағы һүнмәһә өйҙә,
Һөйөү гөлө кипмәһә көҙҙә,
Бәхет йондоҙо һибелер күҙҙә...
Шул саҡта ҡатын - ҡыҙ бәхетле,
Һөйкөмлө лә ул һәм мөхәббәтле.
Бәхетле иткәнгә рәхмәтле,
Ҡәҙерле, хөрмәтле, мәрхәмәтле.
Бәхет түгел: үрҙәге тәхет,
Һөйөп - һөйөлөп йәшәү ҙур бәхет.
Йәнгә рәхәт, тәнеңә сихәт,
Яҡындарың булһа, һау - сәләмәт.
Бәхетле итмәй, матур йөҙөң,
Бәхет тә өҫтәмәй затлы кейем.
Саф аяҙ булһа күңел күгең
Тимәк, бик бәхетлеһең һин бөгөн.
Бәхет бит ул: ҡиммәтле бүләк,
Һорап алып булмай уны теләп.
Яныңда булһа ныҡлы терәк
Бәхетлемен, тиеп тибер йөрәк.
Фото: https://pixabay.com/ru