

ЙӨРӘК ӘРНЕЙ
Телефонды һүндермәнем әней,
Элеккесә шылтыраһын өсөн;
Алыҫтағы һинең тауышыңды
Мин тағы ла ишетермен төҫлө.
Мөғжизәләр юҡлығын да беләм,
Булмаһам да донъяларға үсле –
Ышаналмай йөрәк китеүеңә,
Минме инде яҙмыштарҙан көслө?!
Өмөтләнеп телефонға бағам,
Йөрәгемдең ишектәрен ҡағам,
Үткәндәрҙе ҡуҙлы утҡа яғам,
Ялҡынына күҙ йәштәрем аға…
Күҙ алдынан барыһы ла үтә,
Йәндәремде үкенестәр өтә.
Мәңге киткәнеңде аңлаһа ла
Йөрәк кире ҡайтырыңды көтә.
Телефонды һүндермәнем әле,
Телефонда ҡалған һинең төҫөң…
Башҡа юғалтыуҙар бер ни түгел,
Йөрәк әрней һаман әней өсөн.
КӨҘ
Йәйһеҙ генә көҙгә керҙем инде,
Һинме, минме хәҙер ут йота?
Ләйсән ямғырҙарҙы көткән саҡта
Болоттарҙы кем һуң ҡуйырта?
Үҙәк өҙөр көҙҙәр шулдыр инде,
Бер мин генә түгел түҙемле.
Меңәрләгән ҡатын минең хәлдә,
Битәрләү юҡ шуға үҙемде.
Ҡояш сығыр әле беҙгә лә тип,
Өмөт менән йәшәү ҙур хата.
Поезд ишектәре ябылған ул,
Хәтер үткәндәрҙе ҡуҙғата…
Хәтирәләр менән йәшәү генә
Ҡотҡарамы һуңғы аҙымдан?
Тыуғанда уҡ күрер яҙмышыбыҙ
Беҙҙең маңлайҙарға яҙылған.
Үҙгәртергә теләп яҙмыштарҙы
Ниндәй ҡиәфәткә кермәнек.
Бәхеттәргә лайыҡ булғанда ла
Бер генә лә рәхәт күрмәнек.
Урамдарҙа байрам көтә-көтә
Тоймағанбыҙ көҙгә кергәнде.
Дошманға ла хатта теләмәйбеҙ
Үҙебеҙҙең нимә күргәнде.
Шул көйө лә кеше ашағанды
Ашаныҡ та, кейҙек кейемен.
Күҙ йәш күрһәтмәйсә йәшәнек тә,
Илар саҡтарҙа ла бейенек.
Шуға ныҡбыҙ, тәүбәгә килер тип
Көтмәгеҙ һеҙ беҙҙе, ир-аттар.
Беҙ киткәс тә әллә күпме ҡыҙҙар
Беҙҙең яҙмыштарҙы ҡабатлар.
Сөнки йәшәү мәңге беҙҙән тора,
Беҙ булғанға бара донъяғыҙ,
Былар көҙгә кереп киткән, тиеп
Ҡабаланып, нөктә ҡуймағыҙ!
Алда әле беҙҙе ҡәҙерләгән
Мәсет ҡапҡалары асыла.
Саҡ атлаған бабайҙарҙы күреп,
Йөрәк ярһыуҙары баҫыла.
Тимәк көҙҙәр һәр кемгә лә килә,
Был йәшәүҙә кемдәр уңмаған,
Алла бабай бәхет өләшкәндә
Алдан ҡул һуҙырға һуңлаған.
ЙӨРӘГЕМДЕ БИРӘМ
Барыһы ла шиғыр яҙа хәҙер:
Әбейҙәр ҙә яҙа, ҡыҙҙар ҙа…
Кәрәк ҡошто табалмаған саҡта
Рифмаларға ярай ҡаҙҙар ҙа.
Яҙғандарҙың бөтәһе лә сәсән,
Иң мөһиме уның – шиғриәте!
Аңламайҙар күптәр тәғлимәтте,
Шиғырҙарҙың бүтән тәбиғәте…
Шыйыҡ «әҫәр»ҙәрҙе уҡығанда
Сәстәр үрә тора дегәнәктәй,
Һәр кем теләй аҡлан уртаһында
Елпенергә сағыу күбәләктәй.
Шиғырыңда яңы фекер ятһын,
Ҡабатлама, зинһар, башҡаларҙы?!
Ағиҙелде маҡтап йырлағанда,
Ҡыҫтырмағыҙ, берүк, Ашҡаҙарҙы.
Зәңгәр күктәр беҙҙе саҡырһа ла
Үҙ самаңды самаларға өйрән!
Яҙғандарым шиғыр булһын өсөн
Йәл булһа ла, йөрәгемде бирәм.
МИН ҮЛМӘНЕМ
Мин бит һинең Музаң була инем,
Ятып ҡалдың шунда кирелеп…
Ауыл йортон баҡса итә инем,
Ҡуҙғалманың ялҡау, иренеп.
Ҡатын-ҡыҙға сәскә бүләк иткән
Ирҙәре лә ҡалды тарихта.
Толом сәс үҫтергән ҡатындар юҡ,
Барыһы ла хәҙер парикта.
Ауыл буйлап һыуға китеп барған
Көйәнтәле ҡыҙҙар беҙ ҡайҙа?
Тракторҙан төшөп сәләм биргән,
Муйынынан мазут еҫе килгән,
Ғашиҡ иттергәндәр һеҙ ҡайҙа?
Көрәк күтәргеһе килмәгәндәр
Ҡалаларға китеп олаҡты.
Коммунизм маяҡтары һымаҡ
Барып төпләнәһе юл яҡты.
Таш ҡалала беҙҙе нимә көткән
Сыҙамлылар белә үҙҙәре.
Күкрәп йәмле яҙҙар килгәндә лә
Һағындыҡ беҙ ауыл көҙҙәрен.
Ғүмер көҙҙәренә керҙек инде,
Һыуҙар аҡмағандай кирегә,
Йәшлек кире ҡайтмай, беҙ ҡалғанбыҙ
Киткәндәргә хәйер бирергә.
Мин бит һинең Музаң була инем,
Ҡәҙерҙәрҙе генә белмәнең.
Йөрәгеңде йөрәгемә ҡушҡан
Хәтеремдә ҡалды бер мәлең.
Ошо мәлде иҫкә төшөргәндә
Аҫты өҫкә килә бүлмәнең;
Һинең өсөн донъя бөткәндә лә,
Таракандар үлеп бөткәндә лә,
Мин үлмәнем әле, үлмәнем!
ЙӘНЫРЫҪ
Тыуған яҡтың елдәре лә йылы –
Һағынғанда һине, Йәнырыҫ.
Ауылдаштар килеп күрешкәндә
Йөрәк дөп-дөп тибә, йән тыныс.
Мәңге бөтмәҫ донъя мәшәҡәте
Егәнде лә урап үтәме?
Ҡалаларға китеп аҙашҡанды
Атай йорто ғына көтәме?
Бәрәкәткә тулы тыуған ерем,
Һинән алдым илһам, йән-ырыҫ.
Ишембайым – күңел түрҙәремдә,
Йөрәк түрҙәремдә – Йәнырыҫ!
ЯРАТҠАНҒА…
Күңелемдә ҡарлы ямғыр яуа,
Күптән күргәнем юҡ һине, йәнем.
Миҙгелдәрҙән миҙгелдәрҙе бутап,
Булды илағаным, әрнегәнем…
Бергә булған ғәмһеҙ саҡтарҙы ла
Һис сығарып булмай хәтеремдән,
Йөрәгеңде яралармын, тиеп
Уйламаным алдан әйтеремдән.
Ҡауышыуҙар күктә булмаһа ла,
Ерҙә беҙҙе шайтан ҡотортҡандыр…
Тормош үҙе һынап һындырғанда
Һуңлап аҡылдарға ултыртҡандыр.
Тәүбә-тәүбә! Мин гонаһлы инде –
Мөхәббәтте хөкөм итәләр бит!
Ҡурҡаҡ ирҙәр көслө ҡатындарҙы
Яратҡанға ташлап китәләр бит…